+20 °С
Облачно
VKOKTelegram

Хуш, башланғыс мәктәп!

Ҡыҙыҡлы ла, тулҡынландырғыс та дүрт йыл артта ҡалды. Күптән түгел генә мәктәп тупһаһын тәүге тапҡыр атлап ингән кескәй ҡыҙҙар һәм малайҙар бөгөн буй етеп, башланғыс мәктәп менән хушлаша. Был көндәрҙә Өфө ҡалаһының 94-се лицейында IV синыф уҡыусылары өсөн Һуңғы ҡыңғырау байрамы гөрләп үтте.

Хуш, башланғыс мәктәп!Хуш, башланғыс мәктәп!
Хуш, башланғыс мәктәп!

Байрам тантанаһында шатлыҡ та, һағыш та бар ине. Дүрт йыл дауамында лицей уҡыусылары яҙырға, уҡырға, иҫәпләргә генә өйрәнеп ҡалманы, ә ысын дуҫлыҡ хаҡын аңланы, татыу коллектив булып уңыштарға өлгәште. Ошо йылдар эсендә һәр бала үҙенең талантын асты: кемдер спортта һынатманы, кемдер олимпиадаларҙа еңеү яуланы, ә икенселәре сәхнә түрҙәрен яуланы.
Сара барышында уҡыусылар үҙҙәренең яратҡан тәүге уҡытыусыһына, белем биргән остаздарына йөрәк түренән сыҡҡан иң йылы рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, шиғырҙар уҡыны, йырҙар йырланы. Тәүге тапҡыр бейелгән мәктәп вальсы иһә байрамдың иң тулҡынландырғыс мәле булды. Ата-әсәләрҙең күҙҙәрендәге шатлыҡ һәм ғорурлыҡ йәштәре күренә ине.

Иң әүҙем һәм уңған уҡыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар тапшырылды. Балаларға белем донъяһының үрҙәрен яуларға ярҙам иткән ата-әсәләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы — уларға Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Алда ҡатмарлы ла, ҡыҙыҡлы ла бишенсе синыф көтә. Лицейҙың урта звеноһында яңы уҡытыусылар, яңы фәндәр балаларҙы тағы ла үҙенә йәлеп итәсәк. Сығарылыш уҡыусыларыбыҙға киләсәктә лә гел «бишле» билдәләренә уҡыуҙарын, тырыш һәм маҡсатлы булыуҙарын теләйбеҙ! Аҡ юл һеҙгә, 94-се лицейҙың ҡәҙерле уҡыусылары!

 

Дилбәр ХИСМӘТУЛЛИНА.

Өфө ҡалаһы.

Хуш, башланғыс мәктәп!
Хуш, башланғыс мәктәп!
Хуш, башланғыс мәктәп!
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас