

Ун беренселәр лицейҙа әүҙем булыуҙары менән айырылып торҙо. Әҙилә Ҡунаҡбаева, Тимур Битҡолов, Айзилә Сафина, Заһир Шәйәхмәтов һәм Эмиль Задайханов – бишәү генә улар. Синыф етәкселәре Лениза Урал ҡыҙы Заһирова үҙҙәрен маҡтап бөтә алмай. Ә иң яҡшы өлгәшеүсе Айзилә белем усағының Почёт китабына теркәлде.
Бөтә уҡыусыларға ла дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырыуҙарын теләйбеҙ!