+16 °С
Ясно
VKOKTelegram

Йәйге каникулды - яҡшы кәйеф менән!

Бишенселәр быйылғы уҡыу йылында беҙҙе «Йәншишмә»гә синыф менән яҙылып ҡыуандырғайны. Уларҙың 28-е лә гәзитебеҙҙе алдырып уҡый! Бының өсөн, әлбиттә, синыф етәксеһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Рәшит ҡыҙы Рәсембәтоваға рәхмәтлебеҙ.

Йәйге каникулды - яҡшы кәйеф менән!Йәйге каникулды - яҡшы кәйеф менән!
Йәйге каникулды - яҡшы кәйеф менән!

– Уҡыусыларым үҙҙәренә яҡын дуҫ тапты. «Йәншишмә» гәзитенең килеүен түҙемһеҙләнеп көтөп алалар. Сағыу, ҡыҙыҡлы баҫманы уҡый башлағас, күптәренең күңелдәрендә дәрт, илһам уянды. Улар­ҙың ижад емештәрен гәзит биттәрендә күреп ныҡ һөйөндөк, – тип ҡаршы алды ул.
Беҙгә V «А» синыфында иң-иңдәр генә йыйылған һымаҡ тойолдо. Шундай тырыштар, әүҙемдәр, һәләтлеләр бит үҙҙәре! Улар һәр саҡ алға әйҙәп тороусы, ҡыҙыҡлы идеялар менән янып йәшәүсе синыф етәксеһе Айгөл Рәшит ҡыҙының ҡанат аҫтына эләгеүҙәре менән дә бәхетле. Йыл дауамында бишенселәр өсөн ниндәй генә мауыҡтырғыс һәм фәһемле саралар ойоштормаған ул! Айырыуса Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналғандары иҫтәлекле булған. Атай-әсәйҙәр менән бергәләп алтын диңгеҙҙәй көҙгө баҫыуға сәйәхәт ҡылып, икмәктең ҡәҙере тураһында һөйләшеүҙәр оноторлоҡмо ни? Шулай уҡ ҡыш­ҡыһын походҡа сығыу ҙа ныҡ оҡшаған. Унда ла ата-әсәләр бергә булып, йылғала мәке уйып балыҡ тотҡандар, ҡар­ҙағы хайуан эҙҙәрен тикшергәндәр, тәбиғәт менән яҡындан танышҡандар.
Атайҙар көнөнә арнап «Ирҙең даны – иленән, хал­ҡы менән еренән!» исемле йөкмәткеле синыфтан тыш сара үткәргәндәр. Унда, иң хөрмәтле ҡунаҡ булараҡ, бөгөн илебеҙ именлеген һаҡлаусы яугир – «Ҡабан» позывнойлы һалдат һәм уҡыусыларҙың атай­ҙары ла саҡырылған. Осрашыу барышында ҡунаҡтар балаларға Тыуған илгә тоғролоҡтоң ни тиклем мөһимлеге, Ватанды яратырға һәм һаҡларға кәрәклеге тураһында һөйләгән.
Был синыфта спортсы малайҙар күп икән. Улар йөрөгән футбол, баскетбол командалары, дзюдо һәм көрәш менән шөғөлләнеүселәр районда гел еңеүҙәр яулай. Ә Илһам Билалов грэпплинг буйынса республика һәм күрше төбәктәрҙәге ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар алып ҡайтып һөйөндөргән. Синыф командиры Арыҫлан Атанов та маҡтауға лайыҡ. Район олимпиадаһында уңышҡа ирешкән, республика кимәлендә үҙ көсөн һынаған.
– Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа әүҙем беҙҙең. Төрлө түңәрәктәрҙә ихлас шөғөлләнәләр. Кемдер балаҫ һуғыу серҙәренә төшөнһә, икенселәре «Һомай» дизайн түңәрәгендә милли биҙәктәр ҡулланып үҙенсәлекле кейем тегеү менән мауыға. Киләсәктә был ҡыҙҙар үҙҙәрен подиумдарҙа күрһәтергә әҙерләнә кеүек. Шулай уҡ кулинария түңәрәгенә йөрөүселәр күп. Ә Камилла Әхмәтова гитарала уйнарға өйрәнеп алды.
Мәктәбебеҙҙә өсөнсө йыл рәттән эшләп килгән «Етегән» балалар театрында ла синыфыбыҙ уҡыу­сылары үҙҙәрен күрһәтеп өлгөрҙө. Сәхнәлә тәүге аҙымдарын яһауҙарына ҡарамаҫтан, район кимәлендә еңеү яулап, Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында үткән «Башҡортостан ынйылары» республика театр-фольклор фестиваль-конкурсында ҡатнаштылар. Сығыштарын оҡшаттылар, улар «Иң үҙенсәлекле сәхнәләштереү» номинацияһына лайыҡ булды. Балалар был фестивалдән дәртләнеп, ҡанатланып ҡайтты, әле лә уны йылы хәтирәләр менән иҫкә алалар.
Уҡыу йылы аҙағында уҡыусыларым менән ата-әсәләр өсөн «Яҙ беҙҙең күңелдәр­ҙә» тигән ял кисәһе лә ойоштороп алдыҡ әле. Унда балалар үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын һөйләне, өйрәнгән йырҙарын, бейеүҙәрен башҡарҙы. Һоҡланып, ғорурланып ҡарап ултырҙыҡ.
Әлбиттә, уҡыусылар көндәрен йырлап-бейеп, уйнап-көлөп кенә үткәрмәй. Уҡыуҙа ла һынатманы улар. Синыфыбыҙҙа «бишле»гә генә өлгәшеүселәр өсәү. Ун алты уҡыусы «дүртле» һәм «бишле»гә уҡый. Уларҙан башҡалар ҙа ҡалышмаҫҡа тырыша.
Уҡыу һөҙөмтәләренә килгәндә, V «А» синыфы быйылғы уҡыу йылында яңы фәндәр менән танышты, үҙ аллы эшләргә, ваҡытты дөрөҫ бүлергә өйрәнде. Башҡорт теле, урыҫ теле, математика, тәбиғәтте өйрәнеү кеүек фәндәр буйынса белемдәрен тәрәнәйттеләр.
Синыфымдан ҡәнәғәтмен. Күп уҡыусылар мәктәп, район кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, бәйгеләрҙә һәм фәнни-эҙләнеү эштәрендә ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә иреште. Мине, ата-әсәләрҙе ҡыуандырып тор­ҙолар, – ти Айгөл Рәшит ҡыҙы.
Беҙ ҙә бишенселәр өсөн шатбыҙ. Улар йәйге каникулды яҡшы кәйеф менән ҡаршылай. Ялдарын матур уҙғарыу­ҙ­арын теләйбеҙ.


М. СӘЙЕТОВ.
Хәйбулла районы,
Аҡъярҙағы 3-сө күп профилле
полилингваль мәктәп.

Йәйге каникулды - яҡшы кәйеф менән!
Йәйге каникулды - яҡшы кәйеф менән!
Йәйге каникулды - яҡшы кәйеф менән!
Йәйге каникулды - яҡшы кәйеф менән!
Йәйге каникулды - яҡшы кәйеф менән!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас