+31 °С
Ясно
VKOKМакс

Буласаҡ эшҡыуарҙар һәм фермерҙар үҫә

Мәктәбебеҙҙә балаларҙы бәләкәйҙән ергә һөйөү тәрбиәләп, ҡул эштәренә өйрәтеп үҫтерәләр. Беҙҙекеләр хәҙер аҡса эшләргә белә, үҙҙәрен эшҡыуар, фермер булырға әҙерләй.

Буласаҡ эшҡыуарҙар һәм фермерҙар үҫәБуласаҡ эшҡыуарҙар һәм фермерҙар үҫә
Буласаҡ эшҡыуарҙар һәм фермерҙар үҫә

Барыһы ла март айында башлана. Мәктәп директоры һәм биология уҡытыусыһы етәкселегендә йәшелсә үҫентеләре ултыртырға тотонабыҙ. Һәр беребеҙ үҙенә тейеш урынды тәрбиәләй, һыу һибә, күҙәтеү алып бара.
Йәй башланыу менән үҫентеләрҙе мәктәп баҡсаһына күсерәбеҙ. Бынан тыш, артып ҡалған помидор, борос, кәбеҫтә һәм баклажанды өйөбөҙгә ултыртыу өсөн таратып бирәләр. Шулай итеп, ғаиләбеҙгә матди яҡтан ярҙам да күрһәтәбеҙ.
Йәйге каникул ваҡытында беҙ йәшелсәләрҙе мәктәптә лә, өйҙә лә үҙебеҙ ҡарайбыҙ. Башҡарған эшебеҙ тураһында биология уҡытыусыһына фотолы отчёт ебәрәбеҙ. Был беҙҙе тәртипкә, үҙебеҙ үҫтергән йәшелсәләрҙе күҙәтә белергә, үҫеш барышын анализларға өйрәтә.
Әйткәндәй, артып ҡалған үҫентеләрҙе ауыл халҡына һатабыҙ ҙа. Аҡса­һына бройлер себештәре һатып алына.
Шулай уҡ мәктәптә «Бройлер» проекты тормошҡа ашырыла. Хәҙер инде ул белем усағыбыҙҙың ғорурлығына әйләнде. Был проекттың үҙенсәлеге – социаль партнёрлыҡта. Ауылыбыҙ фермерҙары аҙыҡ-түлек һәм техник ярҙамды бушлай бирһә, мәктәптән – хеҙмәт ресурстары, йәғни үҫтереү майҙансығы, ҡоштарҙы ҡарау өсөн уҡыусылар бүленә.
Проект барышында беҙ эш тәжрибәһе туплайбыҙ, һөнәр һайлауға йүнәлеш алабыҙ. Бройлер ите мәктәп ашханаһына китә, ә артығы һатыла. Алынған табыштан мәктәпкә ремонт яһала, шулай уҡ ул төрлө саралар уҙғарғанда тотонола. Үҙебеҙ үҫтергәнде күҙәтеп, анализлап иҡтисади фекерләй белергә лә өйрәнәбеҙ.
Мәктәбебеҙ хеҙмәт берекмәһенең эш һөҙөмтәһе, ҡаҙанышы булып йыл һайын республика күләмендә үткәрелгән «Йәш натуралистар», «Ер хужаһы», «Мин АГРО-ла» кеүек конкурстарҙа ҡатнашып, төрлө призлы урындар алыуыбыҙ тора. Арабыҙҙа шәхси беренселек яулаусылар ҙа бар. Беҙгә даими ярҙам күрһәткәне өсөн Яңы Ергән ауылы фермеры Зөфәр Фәйзулла улы Ҡырымғужинға айырым рәхмәт белдерәбеҙ.
Беҙҙең эш тәжрибәбеҙ шуны иҫбатлай һәм раҫлай: мәктәп белем биреү урыны ғына түгел, ә хеҙмәт тәрбиәһенең, эшҡыуарлыҡ грамоталылығының һәм социаль партнёрлыҡтың үҙәге лә була ала. Бының өсөн тырышырға, көс һалырға ғына кәрәк.

Гөлшада РӘХМӘТОВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Яңы Ергән мәктәбе.

Буласаҡ эшҡыуарҙар һәм фермерҙар үҫә
Буласаҡ эшҡыуарҙар һәм фермерҙар үҫә
Буласаҡ эшҡыуарҙар һәм фермерҙар үҫә
Буласаҡ эшҡыуарҙар һәм фермерҙар үҫә
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас