+27 °С
Ясно
VKOKМакс

Бер мәктәптән – алты 100 балл йыйыусы

Әбйәлил районының 1-се Асҡар мәктәбе менән Таһир Күсимов исемендәге гимназияның сығарылыш уҡыусыларының тантаналы байрам сараһында мәғариф министры Илдар Марат Мәүлитбирҙин да ҡатнашты. Ул физика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырыусы Руслана Нишанова, Данил һәм Юнир Дәминдәровтарҙы, Олег Стрелковты айырым билдәләп үтте һәм бүләктәр тапшырҙы. Уларҙы имтиханға әҙерләгән физика уҡытыусылары Эльвира Ғәлимйән ҡыҙы Ишҡолова менән Гөлдәр Рәсих ҡыҙына министр рәхмәтен белдерҙе һәм сертификат менән бүләкләне. Гәзиткә мәҡәлә әҙерләгәндә Маргарита Ғәҙелшина биологиянан 100 балл йыйҙы. Ә Илдар Әмиров информатиканан апелляцияға биреп информатика фәненән 100 балды яҡлап алды. Уңыштар һеҙгә, уҡыусылар!

Бер мәктәптән – алты 100 балл йыйыусыБер мәктәптән – алты 100 балл йыйыусы
Бер мәктәптән – алты 100 балл йыйыусы

Сығарылыш кисәһендә район хакимиәте башлығы Айрат Зиннәт улы Әминев:

         – Ҡәҙерле балалар! Ҡайҙа ғына уҡыһағыҙ ҙа – Өфөләме, Ҡазандамы, Мәскәүҙәме, һеҙҙең тыуған ерегеҙ тап ошонда. Маҡсатлы йәшәгеҙ, эштәрегеҙҙе намыҫлы башҡарығыҙ, – тине үҙенең сығышында.
Райондың мәғариф етәксеһе Айҙар Салауат улы Хәкимов та уҡыусыларҙы тантаналы мәл менән ҡотлап, тик уңышлы киләсәк теләне.

         – Бөгөн мәктәбебеҙҙе 39 уҡыусы тамамлай. Уларҙың 13-ө имтихандарҙы юғары балға тапшырҙы. Беҙҙең сығарылыш уҡыусыларыбыҙ бар яҡтан да өлгөр, шәп, күптәре – район, республика олимпиадаһы еңеүселәре һәм призёрҙары. Тап мәктәбебеҙҙәге «Йәшел урман» мәктәп урмансылығы (етәксеһе – М.К.Мәхийәнова) лидерҙары ла улар араһынан булды. Был, ысынлап та, беҙҙең уникаль сығарылыш, – тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты Асҡар урта мәктәбенең директоры Миләүшә Йәғәфәр ҡыҙы Ямалова.

         Матур байрамда һәр уҡыусыһына синыф етәкселәре ҡылыҡһырлама бирҙе, атай-әсәйҙәре концерт номерҙары бүләк итте. Хатта мәктәп тормошонан клип та төшөрөп өлгөргәндәр. Уҡыусылар ҙа рәхмәттәрен йыр һәм бейеүҙәр аша еткерҙе. Ә мәктәп вальсында әйләнгән балаларына ҡарап, атай-әсәйҙәре үҙҙәренең уҡыу йылдарына әйләнеп ҡайтҡандай булғандыр...

         Асҡар урта мәктәбендә 100 балл йыйған балалар тураһында айырым яҙып үтке килә. XI «А» синыф уҡыусылары Юнир һәм Данил Дәминдәровтар, Руслана Нишанова, шулай уҡ XI «Б»синыфынан Олег Стрелков физика буйынса Берҙәм дәүләт имтихандарында юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Улар – барыһы ла район һәм республика олимпиадалары призёрҙары, спортта ла, уҡыуҙа ла алдынғылар рәтендә булдылар.

         Теүәл фәндәргә ынтылышы көслө булған игеҙәктәр Юнир һәм Данил көрәш буйынса спорт мастерлығына кандидат икән. Данил урыҫ теленән – 86, физиканан – 100 балл йыйһа, Юнир имтихандарын урыҫ теленән – 89, математиканан – 89, физиканан 100 балға тапшырған. Афариндар!

         Руслана Нишанова мәктәп йондоҙо булған. Ул бөтә ергә лә өлгөрә: төрлө конкурстарҙа, сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Республикала астрономия, физика фәндәре буйынса олимпиадаларҙа алдынғылар иҫәбендә. Имтихандарҙа урыҫ теленән – 89, математиканы – 98, физиканы 100 балл йыйыуға өлгәшкән.

         Физика уҡытыусыһы һәм синыф етәксеһе Эльвира Ғәлимйән ҡыҙы Ишҡолова:

         – Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл — ул етенсе синыфтан алып ун беренсе синыфҡа тиклем тупланған белем базаһы һөҙөмтәһе. Был уҡыусыларымдың барыһы ла район хакимиәте башлығы стипендиаттары булды һәм улар Өфөләге нефть университетына уҡырға инергә ниәтләй. Хыялдары тормошҡа ашыуын теләйем, – ти.

         Олег Стрелков та тырышлығы менән айырылып тора. Виртуоз баянсы, сәнғәт мәктәбен тамамлаған, хәрби йыйындарҙа команда башлығы ла булған икән үҙе. Физика буйынса имтиханды ул да 100 балға тапшырған. Синыф етәксеһе Лира Сәлимйән ҡыҙы Абдрахманова уның тураһында:

         – Бигерәк аҡыллы, ғөмүмән, бөтә яҡтан да килгән бала. Өҙҙөрөп баянда уйнай. Төрлө халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе. Әйткәндәй, математиканан – 94-кә, урыҫ теленән 84 балл йыйҙы. Уң ҡулым булған уҡыусым – ғаиләлә баш бала. Үҙенән бәләкәй туғандарына үҙ һүҙен әйтеп, башҡаларҙы эшкә дәртләндереп йөрөнө. Һәр береһен хәстәрләп кенә тора. Синыфтың атайы кеүек ул, һәр сарала ла лидер. Яҡшы уҡыны. Башҡорт телен дә яҡшы белә, күп кенә шиғырҙарҙы ла яттан белә, – тип Олегты маҡтап бөтә алманы.

                            Ә Маргарита Ғәҙелшина – тыныс, ипле, йомшаҡ күңелле ҡыҙ. Бөтөн эшен урын еренә еткереп башҡара, һәр нәмәгә төплө ҡарай. Ул бар сараларҙа ла әүҙем, бер минутын да бушҡа сарыф итмәй.

          – Имтихандарға төплө әҙерләгән уҡытыусыларым – химиянан Миләүшә Йәғәфәр ҡыҙы Ямалова менән биологиянан Ирина Ҡирәметдин ҡыҙы Вәлиеваға оло рәхмәттәремде еткерәм. Ауылда уҡып та юғары балл йыйып була, тип йылмая ул. Тырыш, алсаҡ ҡыҙ һынауҙарын химиянан – 99-ға, ә биологиянан 100 балға тапшырған. Киләсәктә һөнәрен медицина менән бәйләргә теләй.

         Сығарылыш уҡыусыларын алда яңы юлдар, һынауҙар көтә. Һеҙ – беҙҙең киләсәгебеҙ, таянысыбыҙ һәм ғорурлығыбыҙ! Уңыштар юлдаш булһын!

 

Бер мәктәптән – алты 100 балл йыйыусы
Бер мәктәптән – алты 100 балл йыйыусы
Бер мәктәптән – алты 100 балл йыйыусы
Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас