+31 °С
Ясно
VKOKМакс

Атай һүҙе, кәңәше бик кәрәк

Гимназиябыҙҙа май айында башланғыс синыф уҡыу­сылары өсөн «Атайҙар һүҙе – аҡылдың үҙе» тип аталған осрашыу үткәрелде. Унда кескәйҙәрҙең атайҙары, ҡартатайҙары, ағайҙары ла саҡырылғайны. Был сарала шулай уҡ Ейәнсура районы Атайҙар ҡоро башлығы Ришат Рәшит улы Ҡыуатов, Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Нурия Мөхтәр ҡыҙы Ҡунысбаева, махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан Шамил Ҡарабаев һәм гимназиябыҙҙы тамамлап, әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡан Ғәлим Ишмөхәмәтовтар ҙа ҡатнашты.

Атай һүҙе, кәңәше бик кәрәкАтай һүҙе, кәңәше бик кәрәк
Атай һүҙе, кәңәше бик кәрәк

Тарихҡа күҙ һалһаҡ, халҡыбыҙҙа атай һүҙе, атай абруйы мөһим һаналған. Быға «Урал батыр» эпосы асыҡ миҫал булып тора. Халыҡ уҡытыу­сыһы Мәрйәм Бураҡаева ла үҙенең «Тормош һабаҡтары» дәреслегендә атай тәрбиәһенә ҙур иғтибар бүлә.
Ришат Рәшит улы сығышында:
– Беҙ үҫкән саҡта атайҙар көнө буйы колхоз эшендә йөрөнө. Әммә улар һәр саҡ эш ҡушып китә ине. Үтәй торғайныҡ. Беҙ бәләкәйҙән яуап­лылыҡ тойоп, эшкә өйрәнеп үҫтек. Атай ғаиләләге иң өлкән ағайға башҡа туғандарҙы ҡарарға, күҙ-ҡолаҡ булырға ла ҡушты. Шулай туғанлыҡ ебе нығынған, үҙ-ара йылы мөнәсәбәт һалынған, – тине.
Нурия Мөхтәр ҡыҙы борон-борондан йәшәп килгән төп мәңгелек ҡиммәттәр тураһында аңлатты. Атай-әсәй, милләт, тәбиғәт алдындағы бурыстарҙы иҫкә төшөрҙө ул.
Ә Шамил Камил улы сығышы «Нимә ул батырлыҡ?» һорауынан башланды. Уҡыусыларҙың яуаптары әҙер ине.Батыр кеше көслө, ҡыйыу, илһөйәр була, тинеләр.
Ғәлим Ғәлләм улы әрмелә хеҙмәт итеүе, ир-егеттәрҙең илен, халҡын һаҡларға бурыслы булыуы тураһында һөйләп, малайҙарҙы спорт менән дуҫ булырға саҡырҙы.
Кескәйҙәр был осрашыуҙа күпте белеп, аңлап ҡалғандыр. Бындай сараларҙы киләһе уҡыу йылында ай һайын үткәреп торорға, унда атайҙарҙы саҡырырға кәңәшләштеләр.

Гөлйөҙөм КҮСӘКОВА,
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ейәнсура районы,
Иҫәнғолдағы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас