

VII синыф уҡыусылары етәкселәре менән ошо мәктәптә оҙаҡ йылдар уңышлы эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ветеран уҡытыусы Гүзәл Абдразаҡ ҡыҙының өйөнә барып, хәлен белешкән. Уңған балалар уның утынын ярып, өйөп, ҙур ярҙам да күрһәткән. Афарин!
Совет осоронда пионерҙар хәрәкәтендә тимурсылыҡ эше киң таралған булһа, бөгөн дә өлкән быуын вәкилдәренә ярҙам итеү ирекмәнлектең бер йүнәлеше булараҡ дауам итә.
Фото: Яңы Мөсәт мәктәбе.