+17 °С
Ясно
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
24 Сентября , 06:05

Бишенселә — гел иң-иңдәр генә!

Әле яңы ғына барлыҡ белем усаҡтарында ла ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы дәрескә саҡырып тәүге ҡыңғырау сыңлағайны. Хәҙер инде балалар бер айға яҡын белем тауына үрләй. Бына шулай башланап китте уҡыуҙар...

Добавить в предпочтительные источники Google
Бишенселә — гел иң-иңдәр генә!Бишенселә — гел иң-иңдәр генә!
Бишенселә — гел иң-иңдәр генә!

Яңы уҡыу йылын берсә тулҡынланып, берсә ҡыуанып ҡаршы алған Әбйәлил районы Яңы Балапан мәктәбенең V синыф уҡыусылары ла яйлап күнегә төштө. Башланғыс мәктәпте тамамлап, тәүге уҡытыусылары Ғәлиә Ғимаҙи ҡыҙы Малыбаеванан айырылып, үҙ аллы ҙур тормошҡа тәүләп аяҡ баҫҡан мәлдәре бит!
Өлкән синыфтарҙа башҡорт һәм урыҫ теле дәрестәрен алып барған Лилиә Мөхәммәт ҡыҙы Зәйтүнова ҙур теләк менән йылы ҡанаты аҫтына алды үҙҙәрен.
-Ун беренселәремә алмашҡа бишенселәрем килде. Үҙҙәренә ҙур өмөттәр бағлайым. Бик тырыш, һәләтле ҡыҙҙар һәм малайҙар йыйылған. Дәрестәрҙә әүҙем ҡатнашалар, өйгә бирелгән эштәрҙе лә теүәл үтәйҙәр. Төрлө фәндәрҙән төрлө уҡытыусылар уҡытыуына, дәрестәрҙең бер генә кабинетта үтмәүенә лә тиҙ өйрәнделәр. Уҡыу йылы ла шулай еңел генә уҙһа ине. Уҡыусыларым һынатмаһын, тырышып уҡыһындар, - ти синыф етәкселәре.
Бишенселә 4 малай һәм 6 ҡыҙ уҡый. Араларынан һигеҙе «дүртле» һәм «бишле»гә генә өлгәшә. Үҙ ара бик татыу, берҙәм улар. Мәктәптә ойошторолған барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар. Уңыштары ла байтаҡ. Мәҫәлән, Ирхан Ғәлимйәнов математика фәненән Юрий Гагарин исемендәге кубокка ойошторолған Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында еңеп сыҡҡан, район кимәлендәге «Урыҫ теленән иң матур дәфтәр», «Хәүефһеҙ тәгәрмәс» конкурстарында, еңел атлетика буйынса ярыштарҙа бер нисә тапҡыр призлы урындар яулаған. Ә иһә Айтуған Һөйөндөков Мостай Кәрим ижадына арналған «Шағир һүҙе» төбәк-ара шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә II дәрәжә дипломға, «Кесе фәндәр академияһы — 2026» фәнни-ғәмәли конференцияһының муниципаль этабында «Фәнни танып белеүгә ынтылышы өсөн» номинацияһына лайыҡ булған. Нурислам Рәхимов та әүҙемлеге менән айырыла. Уның ижади эше республика кимәлендәге «Хәүефһеҙ шыршы» бәйгеһендә иң ҙур баһа алған. Шулай уҡ еңел атлетика буйынса уңыштары ҡыуандыра.
Башҡаларҙан айырмалы рәүештә, был синыфта малайҙарҙың шәп булыуы һоҡландыра. Спорт менән дә дуҫ улар, бөтәһе лә футбол, хоккей уйнай, ярыштарҙа һынатмай.
Ҡыҫҡаһы, Яңы Балапан мәктәбенең бишенсе синыфына иң-иңдәр генә йыйылған. Киләсәктә лә гел алдынғы булып, яңынан-яңы үрҙәр яуларға яҙһын!
Әйткәндәй, был белем усағында гәзитебеҙҙең дуҫтары ла күп. Бишенселә уҡыған ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙа «Йәншишмә»беҙ менән дуҫлыҡ ептәрен нығытыр әле!

Юлиә КИРӘЕВА.

Бишенселә — гел иң-иңдәр генә!
Бишенселә — гел иң-иңдәр генә!
Бишенселә — гел иң-иңдәр генә!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас