+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бер ҙә һынатҡы килмәй

Уҡыу йылы әле яңы ғына башланған кеүек ине. Беренсе сирек һиҙелмәйенсә генә үтеп тә китте. Көҙгө каникулда барыбыҙ ҙа өйҙәребеҙгә таралыштыҡ. Баш ҡалала уҡығас ни, тыуған яҡтарға ҡайтыуҙы ашҡынып көтөп алдым. Ауылда дуҫтарым менән күрештем, яратҡан һеңлеләрем менән көнөмдө күңелле итеп үткәрҙем. Өләсәйемә ҡунаҡҡа ла барып килдем. Каникулым шулай тиҙ үтеп китте…

Гимназияға килгәс, әхирәттәрем менән тәьҫораттарыбыҙҙы уртаҡлаштыҡ.

– Уҡыуҙар тамамланғас, мине әсәйем, һеңлем, өләсәйем бергәләп алырға килде. Шунан күмәкләп ауылға юл тоттоҡ. Өләсәйемә өй эштәрен башҡарырға ярҙамлаштым, ваҡытты файҙалы үткәрергә тырыштым. Иң иҫтә ҡалғаны күмәкләп Йөрәктауға экскурсияға барыу булды. Унда сылтырап Ҡыйшишмә аға. Тауға менеп бар­ғанда, кескәй генә төлкө балаларын күреп шатландыҡ. Ә каникулдың һуңғы көндәрен Өфөлә үткәрҙем, – ти Нижневартовскиҙан килгән Элиза исемле ҡыҙыбыҙ.

Әхирәтем Айгизә Баймаҡ районындағы туғандарына барған. Тыуған көнөн дә шунда үткәргән. Бик күңелле булған. Башҡалар ҙа ялдарын файҙалы һәм матур уҙғарған. Икенсе сиректе барыбыҙ ҙа ана шулай яңы көс, дәрт менән башлап ебәрҙек. Бер ҙә һынатҡы килмәй.

Нурсилә ӘХМӘТОВА, VIII «Д» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Читайте нас: