Күңелле йәшәйбеҙ, һәр көнөбөҙ ҡыҙыҡлы үтә. Бына әле яңыраҡ мәктәбебеҙҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы сиктәрендә «Тыуған илем – гөлдәр иле» тип аталған кисә ойошторолдо.
Тамашасыларҙы матур итеп биҙәлгән зал ҡаршыланы. Унда үҙебеҙҙең ижад емештәре – тыуған яҡҡа бағышланған матур-матур һүрәттәр, бай йөкмәткеле иншалар, плакаттар, ҡыҙыҡлы күргәҙмә урынлаштырылғайны.
Байрам сараһы ҡурай моңо менән асылып китте. VIII синыф уҡыусыһы Арыҫлан Абдрахманов милли башҡорт кейемендә халыҡ йыры «Абдрахман»ды уйнап ишеттерҙе. Уны барыһы ла тын ҡалып тыңланы. Һәр синыф башҡорт телендә йырҙар, бейеүҙәр, уйындар ҙа әҙерләгәйне. Береһенән-береһе сибәр, нәзәкәтле VI синыф һылыуҡайҙарының «Бөрйән ҡыҙҙары» һәм һигеҙенселәрҙең «Талир тәңкә» бейеүе тамашасыларға ныҡ оҡшаны.
«Башҡортостанды беләһеңме?» викторинаһында барыһы ла әүҙем ҡатнашты. Белгәндәр белемдәрен тағы ла арттырҙы, белмәгәндәр үҙҙәренә әллә күпме яңылыҡ асты. Һәр бер дөрөҫ яуап өсөн уҡыусыларға тәмлекәстәр, иҫтәлекле бүләктәр таратылды.
Төрлө телдәрҙә яңғыраған йырҙарҙы ла яратып тыңланыҡ. Беҙҙә йәшәгән төрлө милләт балалары башҡорт көйөнә рәхәтләнеп бейене, шиғырҙар һөйләне. Миңә айырыуса VI һәм VII синыф уҡыусыларының сығышы оҡшаны.
Тыуған яғыбыҙҙың мәҙәни тормошо, әҙәбиәте, тарихы тураһында бик күп нәмәләр белдек. Кисә бик ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле һәм зауыҡлы итеп ойошторолғайны.
Байрам аҙағында «Яратам һине, Башҡортостаным!» исемле флешмоб үткәрелде.
Хәйбулла районы, Подольск мәктәбе.