+2 °С
Ҡар
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
7 Декабрь 2017, 23:16
Балаларҙы ҡыуандырҙыҡ
Сәфәр ауылы китапханаһы мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән әүҙем эшләй. «Йылы һүҙ – йән аҙығы» стенды булдырылды. Бында инвалидтар үҙҙәренең хоҡуҡтары, льготалары менән таныша ала. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙе саҡырыусы махсус төймә ҡуйылды.
Сәфәр ауылы китапханаһы мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән әүҙем эшләй. «Йылы һүҙ – йән аҙығы» стенды булдырылды. Бында инвалидтар үҙҙәренең хоҡуҡтары, льготалары менән таныша ала. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙе саҡырыусы махсус төймә ҡуйылды.
Йыл һайын район һәм республика конкурстарына мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы йәлеп итергә тырышабыҙ: 2016 йылда Илназ Ғиззәтуллин «Үҙеңә ышан» бәйгеһендә лауреат булһа, Ислам Таһиров йыл һайын Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Экология йылына арналған башҡорт халык әкиәттәре буйынса «Тәбиғәт донъяһын асам» конкурсына Алтынай Алтынбаеваның «Ай менән Зөһрә» картинаһы ебәрелде.
Яңыраҡ китапханабыҙҙа «Беҙ бергә» исемле осрашыу кисәһе үтте. Сараға мөмкинлектәре сикләнгән балалар әсәләре менән саҡырылғайны. Китапханасы Зөлфиә Рафаэль ҡыҙы ҡунаҡтарҙы тәбрикләгәндән һуң, мин уларға оҫталыҡ дәресе күрһәттем. Балалар әсәләре менән бергә тоҙло ҡамырҙан төрлө хайуан һындары эшләп ҡыуанды. Ҡунаҡтарға ауыл хакимиәте тарафынан әҙерләнгән бүләктәр тапшырылды.
Был осрашыуҙан бөтәһе лә ҡәнәғәт булып таралышты.
Әлиә АЛТЫНБАЕВА.
Учалы районы.
Читайте нас:
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...