+1 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт әҙәбиәтендә әсә образы

Йырҙарҙа йырланған, эпостарҙа данланған мөһабәт тауҙары, ҡуйы ҡалын урмандары, тулы һыулы йылғалары менән дан тотҡан йәмле Башҡортостандың Белорет районында донъяға килгәнмен. Ә тыуған ауылым ошо ерҙең бәләкәй генә бер өлөшөн тәшкил итә. Тыуған ер, тыуған тупраҡ, тыуған ауыл, атай-әсәй йорто һәр саҡ йөрәк түрендә, һәр саҡ үҙенә тарта. Миндәге булған бөтә изге нәмә лә тыуған ерҙән – Баш­ҡортостаныбыҙҙан, атай йортонан, әсәй наҙынан һуғарылған.

Йырҙарҙа йырланған, эпостарҙа данланған мөһабәт тауҙары, ҡуйы ҡалын урмандары, тулы һыулы йылғалары менән дан тотҡан йәмле Башҡортостандың Белорет районында донъяға килгәнмен. Ә тыуған ауылым ошо ерҙең бәләкәй генә бер өлөшөн тәшкил итә. Тыуған ер, тыуған тупраҡ, тыуған ауыл, атай-әсәй йорто һәр саҡ йөрәк түрендә, һәр саҡ үҙенә тарта. Миндәге булған бөтә изге нәмә лә тыуған ерҙән – Баш­ҡортостаныбыҙҙан, атай йортонан, әсәй наҙынан һуғарылған.


Бөгөн күберәк әсәйҙәр тураһында һөйләгем килә. Улар – донъя, ил тот­ҡаһы. Әсә мөхәббәте, әсәгә һөйөү, ихтирам менән һуғарылған әҫәр яҙмаған әҙип юҡтыр ҙа.

Башҡорттоң бөйөк улы Салауаттың әсәһе лә уҡымышлы, белемле булған. Улына ла шиғриәт, йыр-моң, тыуған еренә мөхәббәт уның тәрбиәһе менән бирелеүе хаҡ. 9 йәшенә тиклем батырыбыҙ әсәһендә белем алған.

Бөйөк рәссам Сосланбәк Тавасиев Салауат Юлаевтың һәйкәле өсөн дәүләт премияһын алғас: «Һеҙгә ҙур рәхмәт. Сала­уаттың барлыҡ тоҡомдары минең йән дуҫтарыма, хатта туған­дарыма әйләнде. Әммә минең иң ҙур һөйөүем баш­ҡорт ҡатын-ҡыҙ­ҙары­на – әсәләргә, сөнки улар бөйөк батырҙарҙы тыуҙырған һәм тәрбиәләгән», – ти. Ниндәй ҙур ба­һа!

Яҙыусылар үҙҙәренең әҫәрҙәрендә әсәйҙәргә булған бөтә мөхәббәтен биреп, улар менән ысын йөрәктән ғорурланыуын, һоҡланыуын тасуирлай. Мос­тай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесындағы Оло инәй образы ғына ни тора?! Унда әсәй кешегә хас булған бөтә сифаттар ҙа бирелгән. Автор хәтерләүенсә: «...Ғүмеремдә мине беренсе тапҡыр етәкләп алған ҡул уның ҡулы булды. Унан һуң беҙ етәкләшеп бик күп йөрөнөк».

Оло инәйҙе ауылдағы бөтә кеше хөрмәт итә, уға ҡаршы бер һүҙ әйтмәй, ҡысҡырып өндәшмәй. Үҙе лә бер ҡасан да кешегә ауыр һүҙ әйтмәҫ, барыһы менән дә сабыр ғына итеп һөйләшер була. Эйе, бындай сифаттар тик әсә булған кешегә генә хас. Ысынлап та, был әҫәрҙе уҡығанда Оло инәй образы булып, ирекһеҙҙән, үҙ әсәйебеҙ ҡаршыға килеп баҫа. Бәлки, беҙ әле халыҡ шағиры кеүек әсә ролен тәрән аңлап та еткермәйбеҙҙер...

Дауыт Юлтыйҙың «Ҡарағол» драмаһында Башҡортостанда XIX быуаттың икенсе яртыһында булған ваҡиғалар тасуирлана. Ҡарағолдоң әсәһе – Ҡыраубикә – халыҡ аҡылын һәм тәжрибәһен кәүҙәләндергән образ. Ул оҙон тормош юлы үткән, ихтилалдарҙың рәхимһеҙ баҫтырылыуын күргән кеше. Үткәндәре уны һаҡ булырға өйрәтә. Шуның өсөн дә улы Ҡарағолдоң яҡын дуҫтары менән бергә ниндәйҙер йәшерен эш башларға, яуға күтәрелергә әҙерләнеүен һиҙенеп, борсола, йөрәге әрней. Шул уҡ ваҡытта ғәҙеллек өсөн көрәш юлынан туҡтатмай. Үҙенең аҡыллы кәңәштәрен әйтеп, фатихаһын бирә. Ҡарағолдоң әсәһе беҙҙең күҙ алдына рухлы, ғорур, тәүәккәл, сабыр кеше булып килеп баҫа.

Эйе, әсә образына тағы ла әллә күпме миҫалдар килтерергә булыр ине. Улар­ҙың барыһын да һанап китеү мөмкин дә түгел. Ә әҙиптәрҙең бәхетле әсә образын сағылдырған яңы әҫәрҙәре тағы ла тыуасаҡ әле.

Һүҙемде әсәйемә арнап яҙған шиғыр юлдары менән тамамлағым килә:


Ҡәҙерлем һин, әсәй, берҙән-берем,

Күңелемдең һүнмәҫ ҡояшы.

Ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙыр

Ғүмеремдең тоғро юлдашы.


Сабыр ҡараштарың йылылығы

Яғымлыраҡ бөтә яҙҙарҙан.

Йомшаҡ ҡулдарыңда әллә күпме

Яҙ килтерер йылы наҙҙар бар.

Нурия МӨХӘМӘТЙӘРОВА, XI синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.

Читайте нас в