+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Орлёнок»та булып ҡайтты

Беҙҙең мәктәптең Х синыф уҡыусыһы Маһинур Һибәтоваға «Орлёнок» лагерында ял итеү бәхете тейҙе.

Беҙҙең мәктәптең Х синыф уҡыусыһы Маһинур Һибәтоваға «Орлёнок» лагерында ял итеү бәхете тейҙе.

Башҡортостандан 24 уҡыусы бар­ған. Улар бөтәһе лә тик «бишле» билдәләренә генә уҡый, шулай уҡ төрлө олимпиада еңеүселәре. Лагерҙа 20 көн булғандар.

Шулай ҙа иң ҡы­ҙығы делегациялар менән таныштырыу көнө булды. Беҙ, баш­ҡорттар, үҙебеҙҙең республика тураһында сығыш әҙерләнек. Башҡортостан нимә менән дан тота – бөтәһен дә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күрһәтергә, һөйләргә тырыштыҡ. Миңә, өләсәйем эшләгән түшелдеректе лә алып бар­ғанлыҡтан, башҡорт бейеүен бейергә ҡуштылар.

Краснодар ҡалаһында сәйәхәттә булдыҡ. Ҡара диңгеҙҙе күреү ҙә күптәнге хыялым ине. Көндәр һыуыҡ булыу сәбәпле, һыу инә алманыҡ. Ләкин ярҙан тороп диңгеҙҙе күҙәтеү ҙә мауыҡтырғыс ине.

Мәктәбемдең уҡытыу­сылар коллективына ҙур рәхмәтемде белдерәм. Айы­рыуса Зи­фа Алламорат ҡы­ҙына, Зариф Вәкил улына, Айбулат Сәр­үәр улына. Ыша­ныстары һәм миңә тағы ла бер ай йәй бүләк иткәндәре өсөн. Уларҙың йөҙ­ҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәм, артабан да тырышып уҡырмын, – тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты ҡыҙ.

Маһинурға киләсәктә лә тик уңыштар юлдаш булһын.

Заһиҙә РӘЖӘПОВА, йәш хәбәрсе.

Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш мәктәбе.
Читайте нас: