+9 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
22 Декабрь 2017, 12:46

Әкиәт донъяһы кеүек

Ҡыш әсе һыуыҡтары менән үҙәккә үтһә лә, үҙенең аҡлығы, сафлығы менән күңелгә яҡын, үҙенсә матур.Ысын ҡышты урманда ғына тойорға булалыр. Бына ошо уй-хистәр мине унда алып китте лә инде. Иртән иртүк саңғыларымды кейеп алдым да юлға сыҡтым.

Ҡыш әсе һыуыҡтары менән үҙәккә үтһә лә, үҙенең аҡлығы, сафлығы менән күңелгә яҡын, үҙенсә матур.

Ысын ҡышты урманда ғына тойорға булалыр. Бына ошо уй-хистәр мине унда алып китте лә инде. Иртән иртүк саңғыларымды кейеп алдым да юлға сыҡтым.

Урманда ҡышлаусы ҡоштарҙың ағастан-ағасҡа һикереүе бер аҙ йәнлелек өҫтәй. Ап-аҡ ҡар өҫтөндәге йәнлек эҙҙәре лә тәбиғәттең бөтөнләй йоҡлап ятмауын күрһәтә. Ағастар барыһы ла бәҫ менән ҡапланған. Әйтерһең, уларҙы үтә күренмәле ап-аҡ ебәк сорнап алған. Ябалаҡлап яуған йомшаҡ ҡар өйрөлөп әкрен генә ергә ята. Ә ҡайһы берҙәре аҫҡа төшөп етә лә алмай, ағас ботаҡтарына эленә, минең иңемә ҡуна.

Тирә-яҡ тып-тын, тик ара-тирә генә сатнама һыуыҡҡа ағастарҙың шартлап һынғаны, ҡайһы бер ҡоштарҙың сырылдашҡаны ишетелеп ҡуя. Бышылдап ҡына әйткән һүҙҙәр ҙә йыраҡтарға яңғырай. Бөтә донъяла әйтеп бөтмәҫлек матурлыҡ, аҡлыҡ. Урманды яңғыратып, рәхәтләнеп бер ҡысҡырғы килә. Тик туҡталып ҡалаһың. Һинең тауышыңдан ағастарҙағы аҡлыҡ ҡойолор ҙа матурлыҡҡа зыян килер кеүек.

Эйе, ҡышҡы урман матур шул! Иҫ китмәле сихри күренеш, әкиәт донъяһы!

Аделина БУЛАТОВА, IX «Г» синыфы уҡыусыһы.

Туймазылағы 2-се мәктәп.
Читайте нас: