+13 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
25 Декабрь 2017, 19:09
Бөйөк мәғрифәтсегә арнап
Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнап баш ҡалабыҙҙың 107-се лицейында башҡорт теле байрамы үтте. Сағыу сара иртән иртүк мәктәп фойеһында башланып китте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзиә Һибәт ҡыҙы Яҡшыбаева уҡыусыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен башҡорт телендә сәләмләп ҡаршы алды. Ә Өфө сәнғәт училищеһе студенты Илһам Үлмәҫҡоловтың өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнауы байрамға йәм өҫтәп ебәрҙе.
Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнап баш ҡалабыҙҙың 107-се лицейында башҡорт теле байрамы үтте. Сағыу сара иртән иртүк мәктәп фойеһында башланып китте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзиә Һибәт ҡыҙы Яҡшыбаева уҡыусыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен башҡорт телендә сәләмләп ҡаршы алды. Ә Өфө сәнғәт училищеһе студенты Илһам Үлмәҫҡоловтың өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнауы байрамға йәм өҫтәп ебәрҙе.
I синыф уҡыусылары был көндө мәктәпкә үҙҙәренең яратҡан уйынсыҡтарын алып килеп, уларҙы башҡортса сәңгелдәк йыры йырлап йоҡлатты, наҙлы һүҙҙәр менән уятырға өйрәнде. II синыфтар Өфө тураһында шиғырҙар һөйләне, дәресте «Матур Өфө ҡалаһы» йыры менән тамамланы. III синыф уҡыусылары өсөн уҡытыусылары Юлия Владимировна Кузьмина ата-әсәләр ярҙамы менән «Шәжәрә байрамы» һәм «Башҡорт аш-һыуҙары» темаһына презентация әҙерләгәйне.
«Тамырыңды бел!» бәйгеһендә III «В» синыфы уҡыусыһы Алина Зарипова еңде, ул үҙенең нәҫел сылбырының 9 быуынын белеүе менән бөтәһен таң ҡалдырҙы. «Ғаиләмдең аҫыл кешеләре» проектында V «В»нан Данис Рафиҡов иң-иңе булды. Шиғыр һөйөүселәр бәйгеһендә Алина Аллаярова, Богдан Асабин, Кира Димитриева, Глеб Петров, Радмила Мирсәйәпова, Гөлнәзирә Хәмитовалар бер үк әҫәрҙе башҡорт һәм урыҫ телдәрендә оҫта башҡарҙы.
Алтынсылар «Башҡортостан – бай тарихым!» викторинаһында көс һынашты. «Өләсәй нәсихәттәре» дәресе лә барыһына оҡшаны.
Байрам аҙағында олимпиадалар, төрлө бәйгеләр еңеүселәренә Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Зарина ЛОТФРАХМАНОВА, X «Б» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән