-5 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
29 Декабрь 2017, 18:08
Еңеүсе булып һөйөндөм
Мораҡтағы балалар ижады үҙәгендә йыл һайын «Ҡыш бабайҙан оҫтахана»тигән конкурс уҙғарыла. Унда ебәрелгән уңышлы эштәр район хакимиәте ойошторған Шыршы байрамында инвалид балаларға бүләк ителә. Беҙ, ырғаҡ һәм энә менән бәйләүселәр түңәрәгенә йөрөүселәр, был бәйгелә әүҙем ҡатнашабыҙ.

Эшкә тотонор алдынан иң тәүҙә уҡытыусым Розалиә Энгельс ҡыҙы Ибраҡова менән интернет селтәрендә йомшаҡ эт уйынсығын бәйләү схемаларын ҡарап сыҡтым. Унан оҡшағанын һайлап, Яңы йыл уйынсығын бәйләргә тотондом. Бөтә тырышлығымды һалғас, бәйләгән эшем күңелгә ятҡанса килеп сыҡты.
Быға тиклем дә «Ҡыш бабайҙан сюрприз» район бәйгеһендә «Йомшаҡ уйынсыҡ» номинацияһында I урын яулағайным. Хәҙер инде «Йыл символы – 2018» номинацияһында еңеүсе булдым. Азалиә Кинйәбаева – II, Жанна Сорокина III урындарҙы алды.
Наҙгөл САФИНА, VIII «А» синыфы уҡыусыһы.
Күгәрсен районы.
Читайте нас в