+3 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
29 Декабрь 2017, 18:04
Минең бишенселәрем
Был уҡыу йылында мин бишенсе синыф уҡыусыларын башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән уҡытам. Улар – Эт йылында тыуған балалар. Йондоҙнамәлә улар хаҡында: «Тыйнаҡ, иғтибарлы, шаян, батыр, ярҙамсыл, кешелекле, ышаныусан, һиҙгер», – тип яҙылған. Был сифаттар барыһы ла минең V «В» синыф уҡыусыларыма тап килеп кенә тора.

«Һеҙ ниндәйерәк эттәр?» – тигән һорауға бөтәһе лә йылмайып: «Беҙ – улар кеүек тоғро дуҫтар!» – тип хор менән яуап бирҙе. «Эт йылында тыуғас, мин еҫте лә тиҙ һиҙәм», – тип белдерҙе бер уҡыусым. «Өрөп кенә тораһығыҙ, тешләп кенә ҡуймағыҙ инде», – тип шаяртҡан булам. Балалар ихлас көлөштө.
Ә 2018 йылдан балалар нимә көтә икән? «Яҡшылыҡ, изгелек, тыныслыҡ. Хыялдарым тормошҡа ашһын ине! Эт кеүек тоғро дуҫтарҙың күберәк булыуын теләйем. Яңы асыштар, еңеүҙәр, ҙур ҡаҙаныштар!» – тигән яуаптар йыш ҡабатланды.
Яңы йыл биргән мөмкинлектәрҙән файҙаланып ҡалығыҙ, ҡыйыу һәм ышаныслы рәүештә алға атлағыҙ, балалар!
Барығыҙҙы ла байрам менән!
Гөлназ ЙОСОПОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Туймазы ҡалаһы, 2-се мәктәп.
Читайте нас в