+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
29 Декабрь 2017, 18:13

Уй-хыялдар тормошҡа ашһын!

Үтеп барған Әтәс йылы минең өсөн бик ҡыуаныслы, уңышлы йыл булды. Күптәнге хыялым – Өфөнөң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһына уҡырға инеү теләге тормошҡа ашты. Минең өсөн иң әһәмиәтле мәл башланды: яңы мәктәп, яңы уҡытыусылар, яңы дуҫтар. Әлеге көндә ошо белем усағында һәйбәт кенә уҡып йөрөйөм.

Киләсәк өр-яңы йыл – Һары Эт йылы. Ул нимәләр беҙгә алып килер һуң? Астрологтар әйтеүенсә, алдағы йыл үткәндәргә ҡарағанда яҡшыраҡ буласаҡ. Шуға ышанайыҡ, өмөтләнәйек. 2018 йыл бөтәбеҙгә лә ҙур еңеүҙәр алып килһен, уй-хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын, беҙҙең янда эт кеүек тоғро, ышаныслы дуҫтарыбыҙ бул­һын инде.

Дилбәр ӘБДИЕВА, VIII «Г» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Читайте нас: