-1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
29 Декабрь 2017, 18:16

Ярай әле Тарзан булған

Әтәс йылы беҙгә бик күп уңыштарға ирешергә яр­ҙам итте, ул шуныһы менән ҡыуаныслы булды ла инде. Ә мин үҙем әллә күпме яңы кешеләр менән таныштым, дуҫлаштым, туғандарым, ғаиләм йылды имен-аман үткәрҙе. Яратҡан «Йәншишмә»мдә мәҡәләләремдең баҫылып сығыуы һөйөндөрҙө, мәктәбем уҡыусылары бик күп ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Һәйбәт йыл булды минең өсөн. Ә бына тиҙҙән Эт йылына аяҡ баҫабыҙ. Нисек булыр икән? Эт һәр саҡ кешенең тоғро юлдашы булараҡ танылған. Борон-борондан һунарға бергә йөрөгәндәр. Ул һәр ваҡыт хужаһының аҡыллы, ярҙамсыл, ышаныслы һаҡлаусыһы, яҡлаусыһы, тоғро юлдашы булған. «Атыңа ышанма, этеңә ышан», – тигән халыҡ. Ә хәҙер мин һеҙгә ғаиләбеҙгә ҡағылышлы ҡыҙғаныс хәл тураһында яҙып үтәм.

Бер сатлама һыуыҡ көндө ҡартатайым, Әхмәтғәле Ҡазихан улы Игебаев, йомош буйынса Йылайыр ауылына ат егеп юлға сыға. Бер нисә сәғәттән һуң унда барып етә, эшен үтәй, тик бик кискә ҡала. Шуға ла иртәгеһенә генә иртәнсәк ҡайтырға юлға сыға. Көслө буран була, ныҡ көрт һала, юлһыҙ ыҙаланып бара торғас, бик һуң булып китә, ҡараңғы төшә. Бер ниндәй ҙә юл юҡ, саҡ-саҡ ҡына беленгән кәбән һөйрәгән эҙҙән барған. Тик бер мәл аҙашып ҡараңғы урман араһына инеп китә. Эргәһендә Тарзан һәм Тузик исемле эттәре була. Ҡайҙа барырға белмәй, атын туғарам тип, санаһынан ергә төшкән ваҡытта ғына эргәләрендә бейек булып үҫкән ҡарағас ергә ауа. Шул саҡта аты өркөп, уның аяғына тибеп ебәрә. Ә ҡартатайым иҫен юғалтып ҡолап китә. Бер нисә минуттан һуң ғына аңына килә ул. Ярай әле аты эргәһендә була. Ҡартатайым аяғы ауыртһа ла, торорға маташа, дилбәгәһен ысҡындырам, тип тартһа, бына һиңә бәлә, аты икенсе тапҡыр тибә. Ә хайуан­ҡай ауыл яғына сабып сығып китә. Аты менән ҡуша Тузик та юғала.

Ҡартатайым бик оҙаҡ иҫенә килә алмай ята, һуңынан уянып китһә, Тарзан үҙенең йылыһын биреп, арҡаһына һөйәлеп ултырған була. Ул ҡайһы ғына яҡҡа әйләнһә лә, эте лә шул яҡҡа боролоп, үҙенә һыйынған. Һөйрәлеп арбаға менһә, арбаға менгән, ергә төшһә, эте лә ергә төшкән, ти.

Ҡартатайым сатлама, һыуыҡ буранлы көндә үҙенең йылыһын биргән Тарзан ярҙамында саҡ тере ҡала. Аты ауылға бер тәүлек үткәс кенә ҡайтып етә, уны күреү менән атайым эҙләргә тип сығып китә. Ул юл буйлап барып, ҡартатайымды таба ла санаға һалып, өйгә алып ҡайта. Ул бик ныҡ өшөгән була, ҡулдары, аяҡтары туңа. Аяҡтары ике урындан һынған икән. Тик ошо тоғро юлдашы – эте булғанға ғына ул тере ҡала.

Бына шулай, дуҫтарым! Эттәрҙең ярҙамы бик ҙур. Уларҙы бер ваҡытта ла рәнйетергә ярамай. Тиҙҙән Эт йылына аяҡҡа баҫасаҡбыҙ. Ул йыл һәр беребеҙ өсөн яҡшы булһын, тигән теләктә ҡалам. 2018 йылда дуҫһыҙҙар үҙҙәренә тоғро дуҫ тапһын, илебеҙ имен торһон.

Мөнирә ИГЕБАЕВА.
Хәйбулла районы, Ғәлиәхмәт мәктәбе.

Читайте нас: