+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай…

Минең синыфташым ул Зилиә Дәүләтбирҙина. Аҡыллылығы, һөйкөмлөлөгө, яғымлылығы менән үҙенә тарта.

Минең синыфташым ул Зилиә Дәүләтбирҙина. Аҡыллылығы, һөйкөмлөлөгө, яғымлылығы менән үҙенә тарта. Егәрле, ярҙамсыл булыуына ла хайран ҡалырлыҡ. Исеме лә есеменә тап килеп тора уның. Фарсы теленән тәржемә иткәндә, аҡ йөҙлө, алсаҡ, тигәнде аңлата. Ата-әсәһе белеп ҡушҡандыр инде. Сөнки синыфташым башҡа ҡыҙҙарҙан айырылып тора. Нисек, тиһегеҙме? Мәктәпкә көн дә төрлө-төрлө причёскалар менән килә. Уларҙы оҫта итеп үҙе яһай, ә ҡайһы берҙә апаһы Зөлхизә эшләп ебәрә. Ул да был шөғөлдө ярата. Синыфташым һәр саҡ ихлас, дәртле, мөләйем булыуы менән дә һоҡландыра. Хәйер, уның кәйефһеҙ сағын һис тә күрмәҫһең.


Зилиә ғаиләләрендә өсөнсө ҡыҙ булып, йәмле йәй көнө донъяға килгән. Ике апаһына – Зөлхизә һәм Рәмзиәгә иркәләнеп кенә үҫеп килә. Буш ваҡытымда бейергә, тегенергә, бешерергә яратам, ти. Фотоға төшөрөү ҙә – иң яратҡан шөғөлө. Уңған синыфташым – өйҙә ата-әсәһенә алмаштырғыһыҙ ярҙамсы, һеңлеһе Динәгә кәңәшсе һәм таяныс. Мәктәптә лә тырышып уҡый, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, физкультура, Башҡортостан мәҙәниәте, тарихы дәрестәрен көтөп ала.

Киләсәккә төп маҡсаты – кәрәкле һөнәр алып, ата-әсәһенә терәк булыу. Хыялдары тормошҡа ашһын өсөн яҡшы уҡыу, һәр саҡ алға ынтылыу кәрәклеген дә белә.

Тырышлығың юғары үрҙәргә артылғанда ярҙам итһен, тыуған еребеҙҙең бер биҙәге булып йәшәргә яҙһын һиңә!

Мөнирә ИГЕБАЕВА, IX синыф уҡыусыһы.

Хәйбулла районы, Ғәлиәхмәт мәктәбе.
Читайте нас: