-4 °С
Ҡар
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
19 Ғинуар 2018, 17:37
Кескәйҙәр өсөн байрам
«Сулпылар» балалар баҡсаһында «Ҡышҡы әкиәт» исемле конкурс үткәрелде. Тәрбиәселәр ата-әсәләр менән бергәләп бүлмәләрҙе үҙенсәлекле, матур, сихри итеп биҙәргә тырышты. «Беҙҙең ҡупшы шыршылар» исемле күргәҙмә жюри ағзаларын һоҡландырмай ҡалманы.
«Сулпылар» балалар баҡсаһында «Ҡышҡы әкиәт» исемле конкурс үткәрелде. Тәрбиәселәр ата-әсәләр менән бергәләп бүлмәләрҙе үҙенсәлекле, матур, сихри итеп биҙәргә тырышты. «Беҙҙең ҡупшы шыршылар» исемле күргәҙмә жюри ағзаларын һоҡландырмай ҡалманы.
Бигерәк тә Нурфәйез Мәхмүтовтың «Ҡупшыҡай», Амалия Ғафарованың «Йәмле шыршы», Азалина Саламатованың «Байрам шыршыһы», Айлина Сабитованың «Йәшел шыршы», Розалина Йылҡыбаеваның «Байрам күрке» исемле шыршылары күҙҙең яуын алырлыҡ ине. Шулай итеп, фантазияның байлығы, эш төрлөлөгө менән икенсе төркөм тәрбиәселәре: Гүзәлиә Туйсина менән Гөлнур Байғужина беренсе урынға лайыҡ булды.
Бына-бына Яңы йыл байрамы була, тип балалар менән бергә йырҙар өйрәнеп, шиғырҙар ятлап йөрөгән саҡтарыбыҙ артта ҡалды. Аллаға шөкөр, өр-яңы йылға аяҡ баҫтыҡ. Ҡәҙерле малайҙар һәм ҡыҙҙар! Минең теләгем шул: байрам кәйефе, дәрт-дарман, шатлыҡ-ҡыуаныстар, йөҙөгөҙҙәге бәхетле йылмайыуҙар һеҙҙе бер ҡасан да ташламаһын.
Яңы йыл иртәлеген
Түҙемһеҙләнеп көттөк.
Яңы йырҙар йырланыҡ,
Шиғырҙар ҙа өйрәндек.
Байрамға килде беҙгә
Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу,
Хатта йүгерек ҡуян,
Йыл хужаһы – эт, айыу.
Костюмдарыбыҙға ҡарап
Бөтәһе һоҡландылар,
Шулай булмай, үҙебеҙ бит
Шәп малайҙар һәм ҡыҙҙар!
Матур итеп күңел астыҡ,
Рәхәтләнеп бейенек.
Өс йәш кенә булһа ла,
Беҙ бәләкәй, тимәнек!
Тәрбиәсе апайҙарға
Рәхмәттәр беҙ әйтәбеҙ,
Ҙур тамаша күрһәтеп,
Күңелде күтәрәбеҙ.
Гүзәлиә ТУЙСИНА, тәрбиәсе.
Сибай ҡалаһы, «Сулпылар» балалар баҡсаһы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...