+7 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
26 Ғинуар 2018, 13:45
«Миңә китап бүләк ит!»
Балалар баҡсаһының «Ҡурай» төркөмөндә китаптың абруйын арттырыу маҡсатында акция ойошторолдо. «Миңә китап бүләк ит!» тип аталды ул. Был сараға атайҙар һәм әсәйҙәр, хатта олатай-өләсәйҙәр ҙә кем уҙарҙан әүҙем ҡушылды. Улар балаларға башҡорт, урыҫ телдәрендә яҙылған сағыу, бай йөкмәткеле, матур эстәлекле шиғыр, әкиәт йыйынтыҡтары, төрлө ҡулланмалар, китапсыҡтар бүләк итте.
Балалар баҡсаһының «Ҡурай» төркөмөндә китаптың абруйын арттырыу маҡсатында акция ойошторолдо. «Миңә китап бүләк ит!» тип аталды ул. Был сараға атайҙар һәм әсәйҙәр, хатта олатай-өләсәйҙәр ҙә кем уҙарҙан әүҙем ҡушылды. Улар балаларға башҡорт, урыҫ телдәрендә яҙылған сағыу, бай йөкмәткеле, матур эстәлекле шиғыр, әкиәт йыйынтыҡтары, төрлө ҡулланмалар, китапсыҡтар бүләк итте.
Был акцияның йомғаҡлау сараһы итеп беҙ, тәрбиәселәр, Китап байрамы үткәрҙек. Унда ла атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәрҙе саҡырҙыҡ. Бүләк ителгән йыйынтыҡтарҙан матур күргәҙмә ойошторҙоҡ, һәр ата-әсә улар менән таныштырып та китте. Мәҫәлән, Наҙгөл Рамаҙанованың әсәһе «Ҡуян баҙарҙа нисек бүре һатҡан» әҫәре хаҡында һөйләне. Зөлфиә Күскилдина ижад иткән китапта балалар өсөн фәһемле әкиәттәр, хикәйәләр тупланған. Әмилә Бикмәтованың әсәһе Рәсимә Әхмәтйән ҡыҙы Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Витамин ҡайҙа үҫә?» исемле китабын килтергән.
– Витаминдың файҙалы икәне һәр кемгә мәғлүм. Ләкин уның ҡайҙа үҫкәнен генә белмәйбеҙ. Ошо әҫәр аша беҙ балаларҙы тыуған еребеҙҙә үҫеүсе шифалы үҫемлектәр менән таныштыра алабыҙ. Матур-матур биҙәктәр менән баҫылған был китап һәр кескәй күңеленә хуш килер, тип уйлайым, – тине ул үҙ сығышында.
Балалар ҙа байрамға шиғри күстәнәс әҙерләгәйне: улар халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғырҙарын яттан һөйләне. Шулай уҡ кескәйҙәрҙең әкиәтте сәхнәләштереүе барыһына ла бик оҡшаны. Һәр бала үҙенә бирелгән ролде, образға инеп, оҫта башҡарҙы.
Байрам барышында балалар менән милли уйындар уйнаныҡ, матур йырҙар йырланыҡ. Кисәнән һәр ата-әсә үҙенә рухи аҙыҡ алып, күтәренке кәйеф менән таралышты. Ә беҙ улар бүләк иткән китаптарҙы балалар баҡсаһында көн дә ҡулланабыҙ: яңы әкиәт, шиғырҙар менән танышабыҙ, һүрәттәре буйынса ҡыҙыҡлы әңгәмәләр үткәрәбеҙ.
Миләүшә МӘХМҮТОВА, «Ҡурай» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Сибай ҡалаһы
.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?