+25 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
2 Февраль 2018, 12:39
Софья башҡортса өйрәнә
Мин һеҙҙе үҙемдең бер шәп уҡыусым менән таныштырырға теләйем. Софья Гулина була ул. Беҙҙең гимназияның VIII «Б» синыфында белем ала. Софья 5 йәшендә – уҡырға, ә 6 йәшендә яҙырға өйрәнгән.
Мин һеҙҙе үҙемдең бер шәп уҡыусым менән таныштырырға теләйем. Софья Гулина була ул. Беҙҙең гимназияның VIII «Б» синыфында белем ала. Софья 5 йәшендә – уҡырға, ә 6 йәшендә яҙырға өйрәнгән. Мәктәпкә иртә барыуына ҡарамаҫтан, синыфташтарынан бер ҙә ҡалышмай. Беренсенән үк башҡорт телен ҡыҙыҡһынып, мауығып өйрәнә башлай. Күп уҡый, күпте белергә тырыша. Йыл һайын олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, төрлө ярыштарҙа, викториналарҙа ҡатнаша. Ике йыл рәттән башҡорт теленән район буйынса еңеп сыҡты, ә ҡала олимпиадаһында призлы урын алды. «О тебе, моя малая Родина» ҡала-интернет викторинаһында призёр булды. Мәктәптә йыл да үтә торған «Йондоҙҙар парады»нда башҡорт теленән «Йыл лингвисы» номинацияһында еңеү яуланы. Башҡорт мәҙәниәтенә, теленә, тарихына Софьяның ҡыҙыҡһыныуы йылдан-йыл арта ғына.
Буш ваҡытында бейеүҙәр менән шөғөлләнә, бигерәк тә башҡорт халҡыныҡы оҡшай. Төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Уҙған йылдың йәйендә Мәскәүҙә үткән бәйгелә башҡорт бейеүе менән еңеүсе булғас, шунда биргән интервьюһында: «Үҙемдең сығышым менән Башҡортостаным – тыуған яғымды, халҡын күрһәтергә теләнем. Бындай конкурста беренсе тапҡыр ҡатнашам һәм ул бик оҡшаны. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа көслө булыуҙарына ҡарамаҫтан, тырышлығым финалға еткерҙе», – тигәйне. Бында «Хореография. Халыҡ бейеүе» номинацияһында 7 – 12 йәшлектәр араһында I урын яулай. Ана шундай ҡыҙ ул беҙҙең Софья! Уҡыусыма һаулыҡ, уҡыуында уңыштар, бәхет теләйем!
Альбина ҠОЛҺАРИНА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы, 86-сы гимназия.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?