-20 °С
Ҡар
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
2 Февраль 2018, 12:36
«Ҡыш биҙәктәре» бәйгеһендә
Танылған рәссам Пабло Пикассоның иң тәүге һүҙе ҡәләм булған, тиҙәр. Тимәк, баланың нимә менән ҡыҙыҡһынғанын тыуғас уҡ тойомларға мөмкин. Әгәр ул итәктән төшөүгә буяу менән мәж килә, төрлө рәсемдәр ҡарарға ярата икән, һынлы сәнғәткә битараф түгел. Беҙ ойошторған бәйгелә лә һүрәт төшөргән балалар бик теләп ҡатнашты.

Ҡашҡа моделле китапханаһында мәктәп менән берлектә «Ҡыш биҙәктәре» тигән рәсем конкурсы үткәрҙек. Унда I – IX синыфтарҙан 60-ҡа яҡын эш килгән ине. Һүрәттәрҙең ниндәйе генә юҡ! Жюри ағзалары «Иң әүҙем синыф» номинацияһына дүртенсе (синыф етәксеһе – Раушания Мансур ҡыҙы Шакирова), етенсе (уҡытыусылары – Рәмзиә Ибәтулла ҡыҙы Ғәләүетдинова) һәм туғыҙынсы (синыф етәксеһе – Данис Хәйретдин улы Фазлетдинов) синыфтарҙы иң-иңе тип билдәләне. Был балаларға Почёт грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Гөлфиә САБИРОВА, өлкән китапханасы.
Асҡын районы.
Читайте нас в