+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
16 Февраль 2018, 15:50

Сәнғәт иленә сәйәхәт

Тыуған ҡалабыҙ Стәрлетамаҡтағы башҡорт драма театры үҙенең спектаклдәре менән тамашасыларҙы йыш ҡыуандыра. Тик быға тиклем тамашалар күберәк өлкәндәр өсөн ине. Ә бына яратҡан яҙыусыбыҙ Мостай Кәримдең «Өс таған» повесы буйынса спектакль ҡуйылыу беҙҙең өсөн дә шатлыҡ булды. Әҫәр­ҙәге малайҙарҙың балыҡ тотоп, бейек тау башындағы күлгә ебәрергә тырышыуҙары, шул арҡала төрлө мажараларға тарыуҙары тураһында беҙ V синыфта уҡығайныҡ.

Спектаклдә төп ролдәрҙе башҡар­ған Илһам Рәхимов, Рәсил Сынбулатов, Марат Зөбәйеров, Илфир Баймырҙин, Радик Ғәлиуллин ағай­ҙар менән бергә беҙҙең гимназия малайҙары Илһам Ғималов, Илдар Тимерғәлиев, Ислам Дәүләтбаев, 21-се мәктәптән Арыҫлан Нагаевтар бик килештереп уйнаны.

Ябай ауыл малайҙары, бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, өлкәндәр кеүек ҙур хыялдар, оло маҡсаттар менән йәшәй. Улар тыуған ерҙең, тәбиғәттең именлеге, бөтөнлөгө өсөн тырыша. Киләсәк быуын өсөн дә тәбиғәт мәңге бай, матур булыуы өсөн ҡулдарынан килгәнсә көрәшәләр. Был малайҙар араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәт, уларҙың бер-береһенең етешһеҙлектәрен асыҡ итеп, күҙҙәренә ҡарап әйтеүҙәре, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып бул­һа ла, башҡаларҙы ҡотҡарырға ташланыуҙары һоҡландыра. Беҙ үҙеңә ҡарата талапсан булыу, яуап­лылыҡ тойғоһо, өлкәндәрҙе хөрмәт итеү, һәр саҡ дөрөҫлөктө генә һөйләргә тырышыу тормошта иң кәрәкле сифаттар икәнен аңланыҡ.

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры менән беҙҙең Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия араһында бәйләнеш күптән булдырылған. Киләсәктә лә театр сәнғәтенең дуҫтары булып ҡалырбыҙ, тип ышанам.

Ә һеҙҙе 28 февралдә баш ҡалабыҙ Өфөнөң «Нур» татар дәүләт театры сәхнәһендә ҡуйыласаҡ «Өс таған»ды ҡарарға саҡырам. Барып ҡарағыҙ, үкенмәҫһегеҙ!

Гөлназ ҒИРФАНОВА, VI «Б» синыфы уҡыусыһы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия.

Читайте нас: