+32 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
16 Февраль 2018, 15:59
Татыу бер ғаилә кеүекбеҙ
Мәктәп – ул шатлыҡ, хис-тойғолар менән тулған ҙур бер донъя. Үҙебеҙҙең бала саҡ һәм үҫмер йылдарыбыҙҙың күп өлөшөн ошонда синыфташтарыбыҙ менән үткәрәбеҙ. Үҙемде бик бәхетле тип һанайым, сөнки мин иң татыу IX «Г» синыфында белем алам. Бергә уҡыған ҡыҙҙар, егеттәр үҙ-ара бик дуҫ, ауыр саҡта һәр беребеҙ үҙ ярҙамын күрһәтергә әҙер. Шуға беҙҙә насар билдәләргә өлгәшкәндәр ҙә юҡ. Тәнәфес ваҡытында ла гел бергәбеҙ: яңылыҡтар менән бүлешәбеҙ, төрлө-төрлө уйындар уйнайбыҙ. Дәрестән һуң буш ваҡытта күмәкләп йә паркка, йә киноға барабыҙ.

Беҙ татыу ғына түгел, ә әүҙем, эшлекле лә. Белем усағында ойошторолған бер генә саранан да ситтә ҡалмайбыҙ. Мәктәптә синыфыбыҙ ике йыл рәттән «Иң яҡшы синыф» номинацияһында еңеүсе булды.
Һәр беребеҙ үҙенсәлекле, ләкин беҙҙе уртаҡ уйҙар берләштерә. Туғыҙ йыл эсендә татыу бер ғаиләгә әүерелдек. Барыбыҙ ҙа үҙенсә талантлы, минеңсә, киләсәктә буласаҡ сәхнә, кино һәм спорт йондоҙҙары уҡыйҙыр әле беҙҙә.
Мин синыфташтарымды, мәктәп йылдарын бер ваҡытта ла онотмаясаҡмын. Уҡыуҙы тамамлағас, һағынышып күрешеп, осрашырбыҙ, еңеүҙәребеҙ менән уртаҡлашырбыҙ әле, тип ышанам.
Алһыу ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА, IX «Г» синыфы уҡыусыһы.
Туймазы ҡалаһы, 2-се мәктәп.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?