-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
23 Февраль 2018, 18:55

Атайыбыҙ – терәгебеҙ

Ҡәҙерлебеҙ Ишкилде Сабир улы 1958 йыл­дың 23 февралендә Рафиҡ ауылында донъяға килгән. Бала сағы ошонда, Таналыҡ йылғаһы буйында, үткән. Башланғыс мәктәптән һуң уҡыуын Өфө ауылында дауам итә. Хеҙмәт юлын, VIII синыфты тамамлағас, «Һарыкүл» бүлексәһендә башлай. Һуңынан әрме сафына алына. Ҡайтҡас, эшен дауам итә. 1985 йылда әсәйем Сания Әхмәҙулла ҡыҙы менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Татыу, тырыш ғаиләлә беҙ, биш бала, матур тәрбиә алып үҫтек.

Ир кеше үҙ ғүмерендә өй төҙөргә, ағас ултыртырға, ир балаға ғүмер бирергә тейеш, тигәнгә тоғро ҡалды атайым. Бына тигән итеп өй һалып сыҡтыҡ. Йәй көнө уның алды аллы-гөллө сәскәләргә күмелеп ултыра. Совхоз тарҡалып, эшһеҙ ҡалғас та атайым ҡул ҡаушырып ултырманы. Ауылдың старостаһы булып йөрөүе, Өфө ауылы советы депутаты итеп һайланыуы ла уның ауылдаштары араһында абруйын күрһәтә.

Бөгөн атайым оло юбилейын, 60 йәшен, билдәләй. Үҙенең байрамында уға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һәр ваҡыт шулай беҙгә ышаныслы терәк булып ҡал, ҡәҙерле атайыбыҙ.

Луиза МАНИШЕВА, VII синыф уҡыусыһы.

Хәйбулла районы, Өфө ауылы.
Читайте нас: