+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
23 Февраль 2018, 18:45

Батыр булып үҫербеҙ

Башҡорт малайҙарын борон-борондан Тыуған илен, ерен һаҡлар өсөн көслө, ҡыйыу, етеҙ итеп үҫтергәндәр. Уларҙы оҫта көрәшергә, уҡтан мәргән атырға өйрәткәндәр. Был сифаттар бөгөн дә бик кәрәкле.

Башҡорт малайҙарын борон-борондан Тыуған илен, ерен һаҡлар өсөн көслө, ҡыйыу, етеҙ итеп үҫтергәндәр. Уларҙы оҫта көрәшергә, уҡтан мәргән атырға өйрәткәндәр. Был сифаттар бөгөн дә бик кәрәкле.

Илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә уҡтан атыу буйынса ярыштар үтеүе тураһында телевизорҙан күп ҡараным. «Их, мин дә шулай ата белһәм ине», – тип күҙем ҡыҙа торғайны. Быйыл үҙем уҡыған гимназияла уҡтан атырға өйрәтәсәктәрен белгәс, беренселәрҙән булып яҙылдым. Секцияға Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы Айнур Фәнис улы Үтәев етәкселек итә. Хәҙер барыбыҙ ҙа үҙебеҙ һатып алған уҡ-яндарыбыҙҙы оҫта ғына ҡулланып, төҙ итеп ата беләбеҙ инде. Секция булаһы көндө түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ.

Беҙҙең Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла күптән милли көрәш секцияһы ла эшләй. Унда шөғөлләнеү ҙә миңә бик оҡшай. Илшат Мансаф улы Ҡотлошин беҙҙе көслө һәм таһыллы көрәшселәр итеп үҫтерергә тырыша. Хәҙер инде Рәсәй ярыштарына ла йөрөп, призлы урындар яулап ҡайтабыҙ. Көслө, етеҙ булыу өсөн спорттың бөтә төрҙәре лә кәрәкле, шуның өсөн йүгереү, һикереү, ауырлыҡ күтәреү кеүек күнекмәләр ҙә эшләйбеҙ.

«Көрәш», «Уғатар» секцияларына малайҙар менән бергә ҡыҙҙар ҙа теләп йөрөй. Беҙ киләсәктә лә төрлө ярыштарҙа ҡатнашасаҡбыҙ, шундай шәп уҡытыусы-тренерҙарыбыҙ менән ысын батырҙар булып үҫербеҙ әле!

Илдар ТИМЕРҒӘЛИЕВ, IV «Б» синыфы уҡыусыһы.


Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия.
Читайте нас: