-5 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
2 Март 2018, 20:25
Урман байрамы
Тәбиғәткә ҡарата һөйөүҙе балаларҙа бәләкәйҙән төрлө уйындар, ҡыҙыҡлы саралар аша һеңдерергә мөмкин.
Тәбиғәткә ҡарата һөйөүҙе балаларҙа бәләкәйҙән төрлө уйындар, ҡыҙыҡлы саралар аша һеңдерергә мөмкин. Яңыраҡ Межгорье ҡалаһының 1-се балалар баҡсаһында урта төркөмдә шөғөлләнгән бәләкәстәр менән матур осрашыу үтте. Көньяҡ Урал ҡурсаулығынан килгән экология бүлеге белгестәре Гөлназ Бәхтийәрова менән Гөлназ Руслановалар балаларға ошо ҡурсаулыҡ биләмәһендә үҫкән ағастар, үҫентеләр тураһында бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәттәр еткерҙе. Тубырсыҡ, ағас ботаҡтары, япраҡтар кеүек күргәҙмә материалдар ҙа килтергәйнеләр. Улар аша һаҡлауға һәм яҡлауға мохтаж булған тере йән эйәләрен күрергә өйрәттеләр.
Бәләкәстәр үҙҙәре лә буш ҡалманы: тәбиғәт, ҡайындар тураһында йырланылар, шиғыр һөйләнеләр, мәҡәл, әйтемдәр әйттеләр, йомаҡ ҡойҙолар.
Төрлө мәғлүмәт алыр һәм балаларҙың һәләтен асыр өсөн дә ошондай сараларҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәктер, моғайын, тип ҡайттыҡ кескәй дуҫтарыбыҙ янынан.
Марат БӘХТИЙӘРОВ, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы методисы.
Белорет районы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән