+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең өйҙөң ҡояшы

Әсә… Ниндәй яғымлы, изге һүҙ. Уларҙан да ҡәҙерлерәк кеше юҡ донъяла. Әсәйемдең исеме – Зилә. Үҙе матур итеп йырлай, уңған, аҡыллы, төрлө ҡул эштәренә оҫта. Мине лә бөтә нәмәгә өйрәтеп үҫтерә. Ул – беҙҙең өйҙөң ҡояшы, йылы усағы. Унһыҙ донъя­ны күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.

Әсә… Ниндәй яғымлы, изге һүҙ. Уларҙан да ҡәҙерлерәк кеше юҡ донъяла. Әсәйемдең исеме – Зилә. Үҙе матур итеп йырлай, уңған, аҡыллы, төрлө ҡул эштәренә оҫта. Мине лә бөтә нәмәгә өйрәтеп үҫтерә. Ул – беҙҙең өйҙөң ҡояшы, йылы усағы. Унһыҙ донъя­ны күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Һәр бала әсә наҙын татып, «әсәй» тигән иң ҡәҙерле һүҙҙе әйтеп йәшәһен ине! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр ҡыҙ, малай быны татып үҫмәй. Әсәйле килеш, «етемдәр» донъя тулы. Шундай балалар тураһында Айгиз Баймөхәмәтовтың «Урам балалары» әҫәрен күҙ йәштәре аша уҡыным. Данилдың бәхетһеҙ үткән бала сағы һүрәтләнә унда. Эх, шул эскелек булмаһа икән донъяла?! Данилдың әсәһе лә бит ошо «күңелле» тормошто һайлай. Әҫәрҙең аҙағында үҙ бәхетен тапҡан малайҙың тормошо яйға һалыныуы ҡыуандыра. Шул «урам балалары», етемдәр булмай, бар бала ла ғаиләлә үҫһә икән… Был әҫәрҙе уҡығас, үҙемдең һәм һеңлемдең атай-әсәйле булыуыбыҙға, иркәләнеп кенә ғаиләлә үҫеүебеҙгә тағы ла бер тап­ҡыр шөкөр итеп ҡуйҙым.
Наҙгөл МӨХӘМӘТЙӘРОВА, V синыф уҡыусыһы. Хәйбулла районы, Йәнтеш ауылы.

Читайте нас: