+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бейергә лә әүәҫ ул

Мәктәбебеҙҙә бар яҡлап тырыш, һәләтле балалар бик күп.

Мәктәбебеҙҙә бар яҡлап тырыш, һәләтле балалар бик күп. Шундайҙарҙың береһе – уҡыуҙа ла һынатмаған, мәктәп тормошонда ла бик әүҙем ҡатнаш­ҡан бер ҡыҙ – Нурзидә Күскилдина хаҡында һүҙем. Ул уҡыуҙа беренселекте бирмәй. Бар фәндәрҙән дә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Белем усағында үткән барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнашып, үҙенең синыфын һәр саҡ алдынғылар рәтенә сығара. Әсәһенең уң ҡулы, алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы ла. Унан һәм Гөлиә апаһынан төрлө-төрлө ҡул эштәренә өйрәнеп, сигә лә, бәйләй ҙә, сәйләндән матур-матур әйберҙәр эшләй ҙә белә.

Шулай уҡ Нурзидә әҙәби китаптар донъяһына сумыр­ға ярата. Буш ваҡытында шиғырҙар ҙа яҙа ул.

Гүзәлиә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Хәйбулла районы, Подольск мәктәбе.

Читайте нас: