+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Шаяндар ҙа күп беҙҙә

Гимназиябыҙҙа «Шаяниум – 2018» отҡорҙар һәм шаяндар конкурсы уҙғарылды.

«Шаяниум»дан һуң.
«Шаяниум»дан һуң.
Гимназиябыҙҙа «Шаяниум – 2018» отҡорҙар һәм шаяндар конкурсы уҙғарылды. Был бәйгелә V – X синыф уҡыусылары ярышты, бөтәһе ун дүрт команда: «Алтындар», «Утаған», «Ете йөҙ», «Шаяндар», «Ун таған», «Бишектәр», «Е», «Минулловсылар», «Юлаевсылар», «Исҡужиндар», «Әпипәләр», «Прокариоттар», «Шаян йондоҙҙар», «Физмат». Йәш айырмалығына ҡарамаҫтан, ҡатнашыусыларҙың барыһы ла үҙенсәлекле сығыштары менән тамашасыларҙың һөйөүен яулап алды. «Сәләмләү», «Видеояҙманы тауышландырыу» һәм «Музыкаль номер» тип аталған өс тур­ҙағы һәр номер иҫ киткес ҡыҙыҡлы һәм фәһемлелеге менән хәтерҙә ҡалды.

«Шаяниум» конкурсы тамамлан­ғас, жюри ағзалары баһаларын иғлан итте. «Иң шәп малайҙар ро­ле» номинацияhында – X «Б» синыфынан Айгизәр Йыһаншин, VII «А»нан Азат Гәрәев, V «В»нан Илдан Хәмитов, VIII «Б»нан Айнур Ишбулатов, VIII «В»нан Ҡәйүм Абдултамим һәм «Иң шәп ҡыҙҙар роле» номинацияһында V «Б»нан Сәлимә Яҡупова, VI «Б»нан София Фаязова, һигеҙенсенән Әҙел Дәүләтова, VI «Б»нан Айым Иҫәнтаева һәм VII «А»нан Камилла Хужина грамоталар менән бүләкләнде. Ысынлап та, был йәш сәхнә йондоҙҙары бөтә дәртен һәм көсөн һалып, ролдәрен ныҡ килештереп баш­ҡарҙы. Афариндар!

Ә беренсе урын V «В» һәм X «Б» синыфтарының «Шаяндар» һәм «Әпипәләр» командаһына бирел­де, икенсе урынды V «А» синыфы алды, өсөнсө урынды V «Б» менән VII «А» синыфының «Бишектәр» һәм «Е» командалары бүлеште.

Бөтә ҡатнашыусыларға ла көләмәстәре менән сәхнә түрен йәнләндереп торғандары өсөн ҙур рәхмәт һәм киләсәктә һеҙгә тик уңыштар теләйбеҙ!

Миннура ӘМИНЕВА, вожатый.

Өфө ҡалаһы, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназия.
Читайте нас: