-19 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
19 Март 2018, 13:06
Йөрәк һүҙен еткерҙеләр
Байрам көндәре алдынан мәктәп уҡыусылары һәм шиғриәт һөйөүселәр араһында район үҙәк китапханаһында «Йөрәк һүҙе» шиғри конкурсы уҙғарылды. Унда ҡатнашыусылар Ғәлимов Сәләм һәм Ким Әхмәтйәнов исемендәге премиялар лауреаты Әсхәл Әхмәт-Хужаның, шулай уҡ классик һәм яҡташ шағирҙарҙың ижад емештәрен ятҡа һөйләне.

Гран-приға Байымдан Фәйез Әйүпов, Атауҙынан Нияз Замалетдинов, Ҡаҙмаштан Гөлназ Абдрахманова, Ләйсән Һибәтовалар лайыҡ булды. Беренсе урынды Асҡар мәктәбенән Ансар Мөлөков, Красная Башкирия мәктәбенән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлхизә Әхмәтшина, Таһир Күсимов исемендәге гимназиянан Алһыу Рәхимова һәм Буранғол мәктәбенән Дилбәр Ноғомановалар алды. Өлкәндәр араһында Аһылайҙан Гөлнара Мөхәмәткилдина еңеүсе булһа, ҡалған ҡатнашыусыларҙың сығыштары төрлө номинацияларҙа икенсе, өсөнсө урындар менән билдәләнде. Еңеүселәргә район мәғариф бүлеге һәм «Йәйғор» әҙәби ойошмаһының дипломдары менән бағымсыларыбыҙҙың иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды.
Зөһрә КАШАПОВА, «Йәйғор» әҙәби ойошмаһы етәксеһе.
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.
Читайте нас в