+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мауыҡтырғыс уйын

Кем генә «Зарница» уйынын яратмай икән?! Беҙҙең уҡыусылар ҙа уны бик көтөп ала. Был хәрби-спорт уйыны балаларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләргә, тарихыбыҙға хөрмәт менән ҡарарға, берҙәм булырға ярҙам итә.

Мәктәбебеҙҙә башланғыс синыфтар араһында ойошторолған «Зарница»ның һәр этабы күңелле уҙҙы. Сафта йөрөү, физик, медик-санитар әҙерлектәрҙе тикшереү, ҡаршылыҡ һыҙаттарын, «Эрудит» һынауын үтеү мауыҡтырғыс ине. Ҡыҙҙар, малайҙар етеҙлектә, сослоҡта ла көс һынашты. Ә еңеүсе тип III «Б» синыфы танылды. I «А», III «А»лар икенсе булһа, I «Б», II, IV синыфтар III урынға сыҡты. Командаларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. Был уйындың йолаға әйләнеүен теләйбеҙ.

Айгөл ҒӘЛИЕВА, уҡытыусы.

Дүртөйлө районы, Исмаил мәктәбе.
Читайте нас: