+10 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
23 Март 2018, 16:49
Музейға барҙыҡ
Ҡыштың һуңғы көнөндә Иҫәнғол ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгенең «Ҡағыҙҙан моделдәр» түңәрәгенә йөрөүсе уҡыусылар Тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсияға барҙы. Уның директоры Гөлшат Миңлеғәле ҡыҙы Дүшәнбаева менән ойоштороусы Алёна Азгар ҡыҙы Псәнчина беҙҙе йылы ҡаршыланы.
Ҡыштың һуңғы көнөндә Иҫәнғол ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгенең «Ҡағыҙҙан моделдәр» түңәрәгенә йөрөүсе уҡыусылар Тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсияға барҙы. Уның директоры Гөлшат Миңлеғәле ҡыҙы Дүшәнбаева менән ойоштороусы Алёна Азгар ҡыҙы Псәнчина беҙҙе йылы ҡаршыланы.
Музей 1989 йылдың 25 июненән алып эшләй. Темалары буйынса биш бүлмә йыһазландырылған. Тәүгеһе Ейәнсура районы тәбиғәтенә бағышланған: ҡоштарҙың, хайуандарҙың, балыҡтарҙың һындары урын алған, хатта мамонт теше лә бар. Уларҙы яҡташыбыҙ Ҡасим Янбаев тапшырған. Икенсе бүлмәлә Ейәнсура районынан сыҡҡан билдәле шәхестәрҙең фотолары, китаптары, эштәре ҡуйылған. Өсөнсөһө «Хәрби дан» бүлмәһе тип атала. Исеменән үк күренеүенсә, бында һуғыш ҡоралдары, һалдат хаттары, кейемдәре, фотолары һәм башҡа бик күп хәтирәләр һаҡлана.
«Һауыт-һаба һәм көнкүреш» тигән залда уҡыусылар үҙ ҡулдары менән балаҫ һуғып, ҡул тирмәненән он үткәреп, йүкәнән сабата үреп ҡараны. Ә бер бүлмәлә ерле халыҡтарҙың музыка ҡоралдары, сәхнә кейемдәре, төрлө сувенирҙар ҡуйылған.
Уҡыусылар музейҙан бик күп мәғлүмәттәр алып, илһамланып сыҡты.
Әлиә ЯМҒУРОВА, өҫтәмә белем биреү педагогы.
Ейәнсура районы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән