+1 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
23 Март 2018, 16:14
Вәт, исмаһам, кеше-оркестр!
Башҡортостанда иғлан ителгән Ғаилә йылы уңайынан 102-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары алдында Ғәйзуллиндар ғаиләһе сығыш яһаны. Һоҡландырҙылар. Музыкант, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллинды юҡҡа ғына кеше-оркестр тип атамайҙар икән!

Бер юлы бер нисә музыка ҡоралында: ҡумыҙ, ҡурай, хайран, һыбыҙғыла уйнаусыны күреү үҙе бер мөғжизә! Уның йомшаҡ, моңло итеп ҡурайҙа уйнау менән өзләүҙе берләштереүе концертты йәмләндереп ебәрҙе, тамашасылар ихлас ҡул сапты.
Рәмил ағайҙың улы – Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, солист Айтуған Ғәйзуллин башҡорт, урыҫ телдәрендә дәртле йырҙар бүләк итте. Уҡыусылар ҡушылып йырлап, дәррәү алҡышлап ҙурланы йәш йырсыны.
Музыка белгесе Оксана Семёнова иһә балаларға һәр музыка ҡоралы хаҡында ҡыҫҡаса ғына һөйләп, таныштырып, бик бай мәғлүмәт бирҙе.
Илзирә ҒАРИФ УЛЛИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в