-4 °С
Ҡар
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
23 Март 2018, 16:18
Йәнгүзәл барыбыҙҙы һоҡландыра
Синыфтағы иң яҡын әхирәтебеҙ – Йәнгүзәл Зәйнуллина. Ул үҙенең аҡыллылығы, яғымлылығы, тырышлығы һәм матурлығы менән айырылып тора. Синыфташыбыҙ бөтә фәндәрҙән дә тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Ысынын әйткәндә, лицейыбыҙҙың ғорурлығы ул Йәнгүзәл, район кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар ҙа яулап тора. Уның Маҡтау грамоталары иҫ киткес күп.
Синыфтағы иң яҡын әхирәтебеҙ – Йәнгүзәл Зәйнуллина. Ул үҙенең аҡыллылығы, яғымлылығы, тырышлығы һәм матурлығы менән айырылып тора. Синыфташыбыҙ бөтә фәндәрҙән дә тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Ысынын әйткәндә, лицейыбыҙҙың ғорурлығы ул Йәнгүзәл, район кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар ҙа яулап тора. Уның Маҡтау грамоталары иҫ киткес күп.
Булыр бала – бишектән, тигәндәй, балалар баҡсаһында уҡ үҙен бар яҡтан да һәләтле итеп таныта. Дүртенселә уҡығанда ул район кимәлендә үткәрелгән башҡорт теле буйынса олимпиадала II урын алды. «Республикама дан йырлайым!» иншалар конкурсында ҡатнашып, ике йыл рәттән I урынға лайыҡ булды. Республика көнөнә арналған район шиғыр һөйләүселәр ярышында – II, «Яратҡан китабым» һүрәттәр бәйгеһендә III урын алды. Быйыл шулай уҡ фәнни-ғәмәли конференцияла ла үҙ көсөн һынап ҡараны һәм призлы урын яуланы.
Йәнгүзәл моңло итеп йырлай, шиғырҙарҙы оҫта һөйләй, һүрәт төшөрөргә лә ярата.
Әхирәтебеҙ тормошонда быйылғы уҡыу йылында тағы ла бер ҡыуаныслы ваҡиға булып үтте. Йәнгүзәл «Йәншишмә» үткәргән «Мәктәбем ғорурлығы» конкурсында ҡатнашып, баш мөхәррир Мирсәйет Юнысов ҡулынан Маҡтау ҡағыҙы һәм иҫтәлекле бүләк алды. Уның бер нисә мәҡәләһе был гәзит биттәрендә баҫылып та сыҡты.
Беҙ шундай яҡын дуҫыбыҙ булыуына бик ҡыуанабыҙ, унан өлгө алабыҙ. Киләсәктә лә яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ.
Алина ВӘХИТОВА,Эли на БИК БУЛАТОВА,VI «В» синыфы уҡыусылары.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән