+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йәш армеецтар ҙа бар беҙҙә

Баш ҡалабыҙҙың 93-сө гимназияһын­да «Йәш армия» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенең яңы ағзаларын ҡабул итеү тантанаһы үтте. Йәш армеец­тар сафына V – VII синыф уҡыусылары өҫтәлде.

Баш ҡалабыҙҙың 93-сө гимназияһын­да «Йәш армия» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенең яңы ағзаларын ҡабул итеү тантанаһы үтте. Йәш армеец­тар сафына V – VII синыф уҡыусылары өҫтәлде. Өфө ҡала­ округының йәштәр эштәре буйын­са хакимиәт вәкиле Роман Янгуров, «Йәш армия» штабы начальнигы Ил­нур Ғабдрахманов, Октябрь һәм Совет райондары хәрби комиссариат бүлеге начальнигы Сергей Сафронов, Октябрь районы хакимиәтенең мәғариф бүле­ге етәксеһе Алёна Одинцова, «Хәрби ту­ғанлыҡ» вәкиле Альберт Шаһимора­товтар балаларға ҡотлау һүҙҙәрен әйтеп, ҡар­сыға зна­чоктарын тапшырҙы һәм йәш армеец­тар формаһын йөрөтөргә рөх­сәт бир­ҙе.
Бар халыҡ алдында гим­назис­тар тан­таналы ант биреп, Рәсәй Фе­дерация­һының, Баш­ҡортостан Рес­публика­һының, йәш армеецтарҙың гимнда­рын баш­ҡарҙы. Үҙҙәре әйтеүенсә, улар был хәрәкәткә ҙур теләк менән ҡушыл­ған.
Белем усағы етәкселеге лә уҡыусылар­ҙың был ниәтен хуплай. Сөнки хәрби-патриотик хәрәкәттәр балаларҙың фи­зик әҙерлеген нығытыуҙан тыш, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙе лә маҡсат итеп ҡуя.
– Был көн һеҙҙең хәтерегеҙҙә ғүмерлеккә ҡалыр, биргән антығыҙға тоғро булыр­һығыҙ, тип ышанам, – тине гимназия директоры Гүзәл Абдуллина.
Хәҙер йәш армеецтар төрлө хәрби-патриотик сараларҙа ҡатнашып, ғорурлыҡ һәм хөрмәт менән был исемде йө­рөтәсәк. Тыуған илебеҙҙең имен­леге илһөйәр рухлы йәштәр ҡулында!
Байрам иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.

Юлиә БИКМӨХӘМӘТОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.


Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: