Ҡалабыҙҙың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы – милләтебеҙҙең рухи ҡиммәттәренә, матур ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып, замандан артта ҡалмай уҡытыу-тәрбиә эштәрен алып барыусы белем усағы.
«Әлифба» байрамына ла шундай оло мәғәнә һалып, рухлы итеп үткәреүҙе был башҡорт лицейы күптән йолаға әйләндергән. Шулай булмай ни?! Әлифба бит – белем донъяһындағы тәүге һынау. Беренселәрҙең бер баҫҡысты үтеп, тәүге еңеүҙәре, уңыштары.
Уҡыу йылы башында балаларҙы уҡытыусылары Әлмира Миңлейәр ҡыҙы әсәләрсә наҙлы, йылы ҡараш менән ҡаршы алғайны. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уларҙы хәреф танырға, ручка-ҡәләм тоторға, тасуири уҡырға, тормош ҡағиҙәләренә лә өйрәтте. Бына әле «Әлифба» байрамында ла ҡыҙҙар, малайҙарҙың нәфис һүҙгә, бейеүгә, йырға булған һәләттәрен күреп, ата-әсәләре һоҡланды, сикһеҙ ҡыуанды. Бигерәк тә туған телдәрендә ауыҙ тултырып шиғыр һөйләүҙәре шул тиклем күңелгә ятты. Уҡытыусылары менән бергә әллә күпме башҡорт халыҡ әкиәтен уҡып өлгөргәндәр, йомаҡ ҡойғандар.
Синыфтың кескәйҙәре һәр яҡлап үҫеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Беренселә генә уҡыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡалалағы сәнғәт, һынлы сәнғәт, спорт мәктәптәрендә лә шөғөлләнә күптәре. Шул арала «Аҡбуҙат» журналын да, «Йәншишмә» гәзитен дә уҡып өлгөрәләр.
Был бәхетле бала саҡтың үҙе бит! Бөгөн «Әлифба» байрамында балаларыбыҙға ҡарап, уларҙың шундай яҡшы лицейҙа уҡып йөрөүҙәренә ҡыуанып ултырҙыҡ. Рухлы, башҡорт телле, йөкмәткеле байрам өсөн хөрмәтле уҡытыусыбыҙ Әлмира Рәсүлеваға, музыка етәксеһе Гөлгөнә Әхиәретдиноваға, бейеү буйынса педагогыбыҙ Гөлфирә Мансуроваға ҙур рәхмәт!
Ә белем донъяһына алып ингән тәүге китап беренселәрҙең артабанғы уҡыуында юлдаш булыр. Шиғырҙар, әкиәттәр, мәҡәлдәр онотолмаҫ, әлифба ҡулдарында ҡала, әленән-әле уҡып торорҙар әле.