Һәр яҙғы каникул һайын китапханаларҙа Балалар һәм үҫмерҙәр китабы һәм музыкаһы аҙналығы үткәрелә. Был байрамды 75 йыл элек балалар яҙыусыһы Лев Кассиль уйлап тапҡан.
Һәр яҙғы каникул һайын китапханаларҙа Балалар һәм үҫмерҙәр китабы һәм музыкаһы аҙналығы үткәрелә. Был байрамды 75 йыл элек балалар яҙыусыһы Лев Кассиль уйлап тапҡан.
Быйылғы аҙналыҡ «Китап. Ғаилә. Яҙ» девизы менән үтте. Уның бер көнө балалар шағиры, яҙыусыһы, тәржемәсе Сергей Михалковҡа бағышланды. Сөнки уның тыуыуына 105 йыл тулғайны. Ошо уңайҙан баш ҡаланың 38-се моделле китапханаһында ла «Мин бәләкәй булғанда» тигән кисә ойошторолдо. Унда 234-се балалар баҡсаһының кескәй тәрбиәләнеүселәрен саҡырҙыҡ. Ҡыҙҙар, малайҙар тылсымлы поезда Сергей Михалковтың биографияһы, ижады буйынса «сәйәхәт»кә юлланды.