-10 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
13 Апрель 2018, 15:25
Бар булмышым бейеүҙә сағыла
Башҡорт теле дәресендә Зарема Замир ҡыҙы Ғайсина менән бергәләп «Йәншишмә» гәзитен байҡап сыҡҡандан һуң үҙем менән дә таныштырырға булдым әле. Мин Башҡортостандың иң матур ауылдарының береһе булған Амангилделә ҙур, татыу ғаиләлә тыуғанмын. Әлеге көндә урта мәктәбебеҙҙең VI синыфында тырышып ҡына уҡып йөрөйөм. Әлбиттә, уҡыуҙан тыш, яратҡан шөғөлдәрем байтаҡ.
Башҡорт теле дәресендә Зарема Замир ҡыҙы Ғайсина менән бергәләп «Йәншишмә» гәзитен байҡап сыҡҡандан һуң үҙем менән дә таныштырырға булдым әле. Мин Башҡортостандың иң матур ауылдарының береһе булған Амангилделә ҙур, татыу ғаиләлә тыуғанмын. Әлеге көндә урта мәктәбебеҙҙең VI синыфында тырышып ҡына уҡып йөрөйөм. Әлбиттә, уҡыуҙан тыш, яратҡан шөғөлдәрем байтаҡ.
Шуларҙың күңелгә иң ятҡандары – бейеү һәм саңғыла йөрөү. Бейеү һәләте миңә әсәйемдән килһә, саңғы спорты – атайымдан.
Тәүге тапҡыр дүрт йәшемдә «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһында «Байыҡ» бейеүе менән сығыш яһаным. Булған һәләтемде үҫтереү маҡсатында атайым менән әсәйем мине район үҙәгендәге «Сорнай» балалар бейеү студияһына йөрөтә башланы. Бына инде өсөнсө йыл бейеү оҫталары Лилиә Рәил ҡыҙы һәм Радик Зиннур улы Хәлиловтарҙа шөғөлләнәм. Әлеге көндә төрлө милләт халҡы бейеүҙәрен өйрәнәбеҙ, районыбыҙҙа уҙғарылған сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Яңыраҡ ҡына Учалы ҡалаһында уҙғарылған «Яҙ һулышы» халыҡ бейеүҙәре фестиваленән Гран-при яулап ҡайттыҡ.
Бейеүҙәр аша беҙ халыҡтарҙың кейемдәрен, тормошон, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәнәбеҙ. Яратҡан шөғөлөм миңә уҡыуымда һис кенә лә ҡамасауламай, киреһенсә, дәрт өҫтәй. Киләсәгемде бейеү һәм спорттан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым. Минең был шөғөлдәрем мотлаҡ рәүештә яратҡан һөнәрҙәремә лә әйләнер, тип уйлайым.
Динислам МАНСУРОВ, VI синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Амангилде мәктәбе.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...