+25 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
13 Апрель 2018, 16:53
Карина башҡортса өйрәнә
Был уҡыу йылы ла уңыштарға бай булды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиаданың район этабында XI «В»нан Карина Климина, X «А»нан Анастасия Кочкина, VII «А»нан Карина Колтыпина – еңеүсе, ә Ульяна Ледомская, Лада Гоглачёва, Никита Сидоров, VII «В»нан Әлиә Ғайсина призёр булды. Ҡала кимәлендә лә ошо уҡ уҡыусылар үҙҙәренең башҡорт теленән белемдәрен иҫбат итте. Улар еңеүсе һәм призёр исемлегенән төшөп ҡалманы. Афарин!

Баш ҡалабыҙҙың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында үткәрелгән Туған телдәр көнө байрамында башҡорт һәм татар телдәре буйынса үткәрелгән олимпиадаларҙа, «Илһам» нәфис һүҙ оҫталары һәм Республика көнөнә арналған ижади эштәр конкурсында еңеү яулаған уҡыусылар ҡатнашты. Рәшит Шәкүр, Зәки Әлибаев, Гөлнур Яҡупова кеүек билдәле әҙиптәр ҙә саҡырылғайны. Гимназия уҡыусылары тарафынан бай йөкмәткеле концерт та күрһәтелде.
Байрамға беҙҙең гимназиянан уҡыу алдынғыһы, синыф һәм мәктәптән тыш сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы Карина Колтыпина ла барҙы.
– Башҡорт теле дәресе миңә оҡшай. Телевизорҙан башҡортса тапшырыуҙар ҡарарға тырышам. Бигерәк тә «Башҡорт телен өйрәнәм» тапшырыуын яратам, – ти Карина.
Бик хуп! Уны киләсәктә лә башҡорт теленә, халҡына, уның тарихы һәм мәҙәниәтенә булған ҡыҙыҡһыныуы ташламаһын.
Рүзинә БАРЛЫБАЕВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы, 82-се гимназия.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән