Йөҙҙәрендә бер аҙ уйсанлыҡ, ҡиәфәтендә оялсанлыҡ, тыйнаҡлыҡ, шул уҡ ваҡытта саялыҡ һыҙаттары күҙгә ташланып тора. Синыфташтарына һәр яҡлап та өлгө ул Азалиә Аҡбулатова. Уҡыуҙа ла һынатмай, синыфтан тыш сараларҙа ла әүҙем.
Дүртенселә генә уҡыуына ҡарамаҫтан, уңыштары күп. «Урал батыр» эпосын, шиғырҙарҙы яттан һөйләү ярыштарында ла призлы урындар яулай. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға арнап, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың балалар уҡыу үҙәге ижади республика конкурсы үткәргәйне. Шунда ҡатнашып, Азалиә II урын алды. Яҙыусының улы Тельман Әминевте күреү, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим ағай Аралбаевтың хәтирәләрен тыңлау, әҙибәнең иҫтәлеген һаҡлаған фатирҙа булыу ҡыҙҙың күңел ҡанаттарын тағы ла үҫтереп ебәрҙе.
Темәс ҡыҙы «Йәншишмә» гәзитен дә яратып, көтөп ала. Бигерәк тә тиҫтерҙәренең ижад емештәрен, яңылыҡтарҙы ҡыҙыҡһынып уҡый.
Әйткәндәй, уңыштарында милли рухлы өләсәһе Нәзилә апайҙың да өлөшө бар. Ейәнсәрен һәр яҡлап үҫтерергә тырыша. Уға: «Афарин!» – тиергә генә ҡала.
Киләсәктә зирәк, аҡыллы ҡыҙҙың тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр яулауын теләйек.