+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Иң иҫтәлекле көнөбөҙ

Гимназиябыҙҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үтте. Уның иң иҫтәлекле көнө шағирә, журналист Лариса апай Абдуллина менән осрашыу булды. Беҙҙе, гимназия уҡыусыларын, ҡунағыбыҙҙың бала сағы нисек үтеүе, ижады ҡыҙыҡһындырҙы. Лариса апай һәр һорауға ихлас яуап бирҙе. Уҡыусылар шағирәнең шиғырҙарын ятлап ишеттерҙе.

Мине бигерәк тә Лариса Абдуллинаның ихласлығы, балалар менән ябай итеп аралаша белеүе, һәр һорауға ентекле итеп яуап биреүе һоҡландырҙы. Апайыбыҙ беҙгә файҙалы кәңәштәрен дә бирҙе.

Гимназия уҡыусыларына осрашыу бик оҡшаны. Һуңынан бергәләп фотоға төштөк һәм тағы ла осрашырға тигән фекергә килеп, бик йылы хушлаштыҡ.

Яҙгөл ИҘЕЛБАЕВА.
Өфө ҡалаһы, Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы.

Читайте нас: