+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тәртип таҙалыҡтан башлана

Һәр яҙ һайын баш ҡалабыҙҙы сүп-сарҙан таҙартыу буйынса экологик өмәләр ойоштороу матур йолаға әүерелде. Быйыл да был изге эшкә дәррәү тотондоҡ.


Күмәк көс менән башҡарылған өмәләр уҡыусыларҙа хеҙмәткә һөйөү уята. Гимназиябыҙҙың тирә-яғы таҙарып, матурайып ҡалды.

Киләһе шәмбеләрҙә лә бындай экологик өмәләр дауам итәсәк. Тирә-яҡ менән бергә кешеләрҙең күңелдәре лә таҙарһын, пакланһын ине.

Вадим ХӘБИРОВ.


Өфө ҡалаһы, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының мәғлүмәт үҙәге.

Читайте нас: