0 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
27 Апрель 2018, 13:32
Дуҫлыҡ ҡәҙерен беләбеҙ
Нимә ул дуҫлыҡ? Бер көндө үҙемә шундай һорау бирҙем. Минеңсә, дуҫтар бер ваҡытта ла бер-береһенә ауыр һүҙ әйтмәй. Улар һәр саҡ бергә, татыу, тоғро булырға тейеш. Шуның өсөн дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк. Дуҫ – ул иң һәйбәт кеше. Гел ярҙам итергә әҙер. Уға ышанырға кәрәк. Дуҫтарҙы кейеменә ҡарап һайлап алмайҙар.

Ауылыбыҙҙа мәктәп уҡыусылары бер-береһе менән дуҫтар. Беҙҙең V «А» синыфында 10 ҡыҙ һәм 5 малай уҡый. Һәр саҡ мәктәптә уҙған сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Уҡыуҙа ла ҡалышмайбыҙ. Өйгә эштәрҙе бергәләп әҙерләйбеҙ. Бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа ла барырға онотмайбыҙ. Синыф менән музыка мәктәбенә йөрөйбөҙ: 9 уҡыусы – хореография, икәү – рәсем, икәү – вокал, берәү – баян, берәү фортепьяно бүлегендә шөғөлләнә.
Илвина СӘРҮӘРОВА, V синыф уҡыусыһы.
Дүртөйлө районы, Исмаил мәктәбе
.
Читайте нас в