+3 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
27 Апрель 2018, 13:30
Китап ярата балалар
Ғәбдүк ауылы моделле китапханаһында ла Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы ойошторолдо. Был сараға мәктәп уҡыусылары һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар саҡырылды.
Ғәбдүк ауылы моделле китапханаһында ла Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы ойошторолдо. Был сараға мәктәп уҡыусылары һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар саҡырылды.
Аҙналыҡ «Китаптың тыуған көнө» тигән әҙәби кисә менән башланды. Унда балалар ошо байрамдың тарихы менән танышты, викторина һорауҙарына яуап бирҙе, йомаҡ систе. Икенсе көн Самуил Маршак һәм Сергей Михалков әҫәрҙәренә иллюстрация эшләнеләр.
Башланғыс синыфтар «Әкиәттәр иленә сәйәхәт» темаһына викторинала үҙҙәренең көстәрен һынаны. Артабан иң зирәктәр һәм отҡорҙар ребустар төҙөп килтерҙе.
VIII синыф уҡыусыһы Азалиә Әхмәтйәнова аҙналыҡта иң әүҙеме булды: яратҡан китабына аннотация яҙҙы, Сергей Михалковтың «Мимоза» шиғырына иллюстрация эшләне һәм ребустар төҙөнө. Дүртенсенән Нәркәс Әхмәтйәнова, Сәғит Ғилманов, Дияз Мөхәмәтйәнов һәм Эльвина Вахитовалар ҙа сарала әүҙем ҡатнашты. V – IX синыфтар өсөн «Әҙәби геройҙарҙың хоҡуҡтары» тигән викторина уҙҙы.
Йомғаҡлау көнөндә иң әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар билдәләнде. Рамаҙан Ғәлиәкбәров, Нәркәс Ғилманова, Азалиә Ғәлимова, Илһам Мостафин (VII синыф), Ильяс Шөғәйепов, Лилиә Мәхмүтова, Фаягөл Ғәлимова (VI), Линара Баязитова, Ильяс Ғарипов, Айназ Мырҙагилдин (V) грамоталар менән бүләкләнде.
Уҡыусыларҙың әҙәбиәтте яратыуы – ҡыуаныслы күренеш. Киләсәктә лә уларҙың китап һәм китапхана менән дуҫ булырҙарына ышанабыҙ.
Сәүиә ЗАКИРОВА, китапхана етәксеһе.
Белорет районы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән