+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Борон-борон заманда…»

Был тылсымлы һүҙҙәр һәр беребеҙгә бала саҡтан уҡ таныш. Баш­ҡорт халыҡ ижадының бер төрө – әкиәт аша балалар нимә ул яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ икәнен белә.

Был тылсымлы һүҙҙәр һәр беребеҙгә бала саҡтан уҡ таныш. Баш­ҡорт халыҡ ижадының бер төрө – әкиәт аша балалар нимә ул яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ икәнен белә.
Яңыраҡ «Толпар» балалар баҡсаһында «Һаумы, һаумы, әкиәт!» бәйгеһе үтте. Ул бик сағыу, ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс булды. Район кимәлендәге сарала 4 – 5 йәшлек кескәйҙәр араһында I урынды «Йондоҙло» балалар үҫтереү үҙәгенең тәрбиәләнеүсеһе, 3 йәшлек Шәүрә Әминева яуланы. Кескәй генә булыуына ҡарамаҫтан, ул сәхнәлә үҙен иркен, ҡыйыу тотто. Еңеүсебеҙ әкиәттәр генә түгел, шиғыр һөйләргә, йырларға ла, бейергә лә әүәҫ. Шәүрәкәйебеҙгә артабан да шулай әүҙем булыуын, ата-әсәһен ҡыуандырып, яңы бейеклектәр, еңеүҙәр яулауын теләйем.

Резеда МӨХӘМӘТШИНА, «Йондоҙло» балалар үҫтереү үҙәгенең тәрбиәсеһе.


Баймаҡ ҡалаһы.
Читайте нас: