+21 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
4 Май 2018, 16:52
Күп уҡыһаң, хатаһыҙ яҙырһың
Өс йыл бергә уҡыйбыҙ. Бер-беребеҙҙе яҡшы беләбеҙ инде хәҙер. Тырышып белем алырға ла, төрлө сараларҙа ҡатнашырға ла өлгөрәбеҙ. Биш отличнигыбыҙ бар: Азалиә Рәхмәтуллина, Алина Әхмәҙуллина, Лиана Ғиззәтуллина, Каил Закиров, Даниял Фәттәхов. Күптәр төрлө түңәрәктәрҙә, спорт секцияларында шөғөлләнә. Уңыштарыбыҙ ҙа етерлек. Мәҫәлән, Артём Латипов – футболсы. Йыш ҡына төрлө ҡалаларҙа үткән ярыштарҙа ҡатнаша, миҙалдары, Почёт грамоталары күп.

Яңыраҡ гимназиябыҙға яҡын ғына урынлашҡан 2-се моделле китапханаға барҙыҡ. Унда билдәле шәхес, яҙыусы, шағирә һәм тәржемәсе Гүзәл Ситдиҡова менән осраштыҡ. Бик ҡыҙыҡлы булды. Гүзәл апай балалар өсөн дә яҙа. Текетек тигән кәзә бәрәсе тураһындағы әҫәре тураһында һөйләне. Текетектең һөйләгәндәре уның Осман исемле ейәненең һүҙҙәре икән.
Гүзәл Ситдиҡова – замана өләсәйе, ул социаль селтәрҙәрҙә лә әүҙем, әллә нисә төркөм ойошторған. «Кескәйҙәр донъяһы» тигәнендә Ғаилә йылына арналған конкурс бара, төп бүләк – смартфон! Башҡорт теле тураһында һөйләгәндәрен ҡыҙыҡһынып тыңланыҡ. Гүзәл апай үҙенең шиғырҙарын төрөк балаларына башҡорт телендә уҡыған икән, улар тәржемәһеҙ ҙә аңлаған. Ә бер ваҡыт Англияға барғас, Гүзәл апай эргәһендә инглизсә яҡшы белгән улы булмағас, бик ҡыйынға тура килгән. Ә төрөк магазинына ингәс, башҡортса һораһа ла, уны бик һәйбәт аңлағандар. Башҡортса белһәң, төрлө төрки телле күп халыҡтар менән бик еңел аңлаша алаһың икәненә төшөндөк. Туған телебеҙ шулай сит ерҙәрҙә йөрөгәндә лә кәрәк икән.
Гүзәл апай беҙҙе китап уҡырға дәртләндерҙе. «Күп уҡыһаң, хатаһыҙ яҙаһың да», – ти ул. Ҡайһы берҙәребеҙ 2-се китапханаға яҙылырға булды. Унда китаптар бик күп.
Ошондай ҡыҙыҡлы осрашыу өсөн китапханасы апайҙарға һәм уҡытыусыбыҙға рәхмәт.
III «Б» СИНЫФЫ УҠЫУСЫЛАРЫ.
Өфө ҡалаһы, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?