Күренекле башҡорт яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Дауыт Юлтыйҙың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы «Ҡурай сәскәһе» моделле китапханалар комплексында «Юлтый уҡыуҙары» аҙналығы ойошторолдо.
Ул «Киләсәк быуынға яҡты эҙ ҡалдырҙы» тигән кисә менән Нура ауылында асылып китте. Артабан Ғәбдүк, Шығай, Дауыт Юлтый исемен йөрөткән ҡала башҡорт, Әхмәт, Сосновка китапханаларында дауам итте. Һәр береһендә Дауыт Юлтыйҙың тормош һәм ижад юлына байҡау яһалды, шиғырҙары яттан һөйләп ишеттерелде, викторина ойошторолдо. Уҡыусыларҙың сығыштары ла бай йөкмәткеле булды.
Үҙебеҙҙең китапханала булдырған яҙыусы мөйөшө лә бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Унда Дауыт Юлтыйҙың китаптарын, фотоларын ҡуйҙыҡ. Яңыраҡ ейәнсәренән тағы ла бик күп иҫтәлекле әйберҙәр алдыҡ. Беҙ яҙыусыға арналған һәр ҡомартҡыны ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ.